Чирү (Аҡтаныш районы)
Чирү | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әтәс ауыл биләмәһе[d][1] |
Почта индексы | 423737 |
Чирү (татар. Чирү, рус. Чураево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Революцияға тиклемге урыҫ сығанаҡтарында Чураево, Чюреево, Чиряково, Чуряково, Чуриево атамалары осрай. Ауыл Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда ел тирмәне, икмәк магазины, мәсет (1811 йылдан билдәле) теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 136 башҡорт, 1834 йылда — 306 башҡорт һәм 30 типтәр, 1870 йылда — 425 башҡорт иҫәпләнгән[3].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
136 | 305 | 397 | 435 | 429 | 510 | 624 | 580 | 507 | 399 | 278 | 280 | 259 | 159 | 161 | 122 | 80 | 79 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 484—487. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.