Терпеле
Терпеле | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старосафаровское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423751 |
Терпеле[2] (татар. Терпеле, рус. Терпеле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Терпеле йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башта ауылда йәнәй ырыуы башҡорттары йәшәй. 1750 йылда был ерҙәр мари сығышлы типтәрҙәргә ҡуртымға бирелгән.
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
69 | 203 | 231 | 318 | 308 | 314 | 321 | 117 | 191 | 120 | 128 | 131 | 114 | 50 | 51 | 44 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.