Эстәлеккә күсергә

Тыңламаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тыңламаҫ
татар. Тыңламас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Кәзәкей

Координаталар

55°42′00″ с. ш. 54°12′31″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1722 йыл

Халҡы

287 человек (2008)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423761

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 819 003

Код ОКТМО

92 605 419 106

Номер в ГКГН

0189582

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тыңламаҫ (Рәсәй)
Тыңламаҫ
Тыңламаҫ
Тыңламаҫ (Татарстан)
Тыңламаҫ

Тыңламаҫ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Кәзәкей ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик эргәһендә, ул Аҡтаныш ауылынан көнсығыштараҡ 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тыңламаҫ — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1722 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.

Тыңламаҫ ауылында йәшәүсе Ҡотломөхәмәт Ҡотлоғошовҡа Ҡазан ханы Ибраһим (1467—1489) тарафынан бирелгән ярлыҡ һаҡланған[2]

1773—1775 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда, ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһайҙар[1].

ХХ быуат башында ауылда мәсет, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
179518841897190619131920192619381949195819701979198920022008
243466788808812604559560513490571467339302287

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, мәсет бар[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 33. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.