Иҫке Әлим
Ауыл | |
Иҫке Әлим татар. Иске Әлем | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
187 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423762 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Иҫке Әлим — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Яңы Әлим ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Әлим — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында бакалея кибете, хужалыҡ магазины, тирмән, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 88 башҡорт тархандары; 1816 йылда — 99 башҡорт, 28 типтәр; 1848 йылда — 207 башҡорт, 42 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт; 1912 йылда — 746 аҫаба башҡорт, 33 типтәр (керҙәштәр) йәшәй[2].
1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
399 | 479 | 516 | 620 | 779 | 821 | 616 | 626 | 348 | 346 | 477 | 377 | 274 | 185 | 187 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбсәләмов Зөбәйер Мөҙәй улы — зауряд-сотник. 19-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1812 йыл иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры[2].