Ахун (Татарстан)
Ауыл | |
Ахун татар. Ахун | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
274 кеше (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423744 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ахун — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы сигендә, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1831 йылдан уның ҡарамағында мәктәп эшләй), икмәк магазины теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Ҡыҙыл Сөн» колхозы ойошторола, 1950 йылдарҙа ул эреләтелгән «Гранит» колхозы, ә хәҙерге ваҡытта «Ярыш» колхозы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 76 башҡорт, 38 типтәр; 1834 йылда — 33 башҡорт, 52 типтәр, 5 керҙәш башҡорт (йәнәйҙәр); 1870 йылда — 322 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
252 | 322 | 680 | 568 | 680 | 631 | 568 | 495 | 375 | 352 | 522 | 431 | 279 | 274 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].