Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Ҡарач (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Ҡарач
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татарско-Суксинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423753
Карта

Түбән Ҡарач[2] (татар. Түбән Карач, рус. Нижнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була.

1795 йылда ауылда 74 башҡорт, 1859 йылда — 79 башҡорт (ир затлы), 1870 йылда — 104 башҡорт, 1902 йылда — 209 башҡорт иҫәпләнгән[3].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 350. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.