Иҫке Боғаҙы (Татарстан)
| Ауыл | |
| Иҫке Боғаҙы татар. Иске Богады | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы |
569 человек (2008) |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423763 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Иҫке Боғаҙы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Боғаҙы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Боғаҙы — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Боғаҙы түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1848 йылда 2 тирмән, мәсет (1836 йылдан билдәле); 1870 йылда мәсет, мәктәп (1853 йылда асыла), ел тирмәне; 1905 йылда бакалея кибете, хужалыҡ магаины; 1911 йылда 2 мәсет теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 67 башҡорт; 1816 йылда — 119 башҡорт; 1834 йылда — 200 башҡорт; 1859 йылда — 471 башҡорт; 1870 йылда — 684 башҡорт; 1912 йылда — 1150 аҫаба башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 461 | 684 | 635 | 802 | 957 | 1150 | 1147 | 904 | 566 | 490 | 438 | 552 | 960 | 698 | 660 | 569 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].