Яңы Ҡәҙермәт
Яңы Ҡәҙермәт | |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Аккузовское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
22 кеше (1896)[2], 32 кеше (1902)[2], 66 кеше (1912)[2] |
Почта индексы | 423740 |
Яңы Ҡәҙермәт[3] (татар. Яңа Кадермәт, рус. Новый Кадырмет) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Терпеле йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары — Иҫке Ҡәҙермәт ауылы кешеләре XIX быуатта нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1859 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
43 | 50 | 48 | 58 | 82 | 84 | 79 | 113 | 91 | 105 | 115 | 79 | 42 | 34 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Өфө: Китап, 2009.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 382. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.