Ҡуян (Аҡтаныш районы)
Ҡуян | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Уразаевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423750 |
Ҡуян[2][3] (татар. Куян, рус. Куяново) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Аҡкүл (Ыҡҡул) йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1780 йылдан билдәле. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Шәрип улусы, ә 1912 йылдан — Таҡталасыҡ улусы составына керә[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
XX быуат башында ауылда 2 ел тирмәне, хужалыҡ магазины, бакалея кибете, мәсет (1848 йылда — 2 мәсет), мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 250 башҡорт, 1834 йылда — 456 башҡорт, 1859 йылда — 499 башҡорт, 1912 йылда — 453 башҡорт иҫәпләнгән[5].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
250 | 456 | 529 | 576 | 601 | 636 | 681 | 753 | 669 | 712 | 749 | 414 | 492 | 486 | 392 | 286 | 260 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 384. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ҡуян (Аҡтаныш районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 370—375. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.