Эстәлеккә күсергә

Юғары Гәрәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Юғары Гәрәй
татар. Югары Гәрәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Чалманарат

Координаталар

55°47′16″ с. ш. 53°50′03″ в. д.HGЯO

Халҡы

60 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423752 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 850 02 

Код ОКТМО

92 605 485 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юғары Гәрәй (Рәсәй)
Юғары Гәрәй
Юғары Гәрәй
Юғары Гәрәй (Татарстан)
Юғары Гәрәй

Юғары Гәрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.

Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Юғары Гәрәй (Яңы Гәрәй) — Гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуат башында нигеҙләнгән[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ (аҙаҡ Шәрип) улусы составына керә.

1905 йылда һыу һәм ел тирмәне, икмәк магазины, мәсет (1848 йылдан билдәле) теркәлгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1929 йылда ауылда «Ирек» колхозы ойошторола, ул 1950 йылда Тельман исемендәге колхоз, ә хәҙерге ваҡытта — «Ағиҙел» ауыл хужалығы кооперативтары берекмәһенә составына керә[1].

1816 йылда ир енесле 66 башҡорт; 1834 йылда — 63 башҡорт; 1848 йылда — 65 башҡорт; 1870 йылда — 93 башҡорт; 1905 йылда — 143 башҡорт; 1912 йылда — 169 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591897191319261938194919581970197919892000
1031261692462662252101571207860

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 317—318. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.