Мерәҫ (Татарстан)
Ауыл | |
Мерәҫ татар. Мерәс | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
90 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423750 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Мерәҫ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Ураҙай ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мерәҫ (Юғары Мерәҫ) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, Гәрәй улусының Байсар ауылы башҡорто Мерәҫ Солтанаев булыуы мөмкин[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында ауылда мәсет (1806 йылдан билдәле), мәктәп, тирмән (1848 йылда — 2), мануфактура һәм бакалея кибете, хужалыҡ магазины теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 104 башҡорт; 1816 йылда — 81 башҡорт; 1850 йылда — 129 башҡорт; 1870 йылда — 321 башҡорт; 1905 йылда — 520 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
318 | 321 | 402 | 527 | 520 | 508 | 411 | 429 | 435 | 321 | 262 | 226 | 199 | 138 | 90 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡанов Ҡотлояр Йәркәй улы — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2].