Түке
Ауыл | |
Түке татар. Түке | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
397 человек (2008) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423732 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Түке — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түке — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында мәсет, мәктәп, тирмән, икмәк магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 160 типтәр (сығышы менән йәнәй ырыуынан), 22 башҡорт; 1859 йылда — 55 башҡорт, 150 типтәр; 1870 йылда — 470 башҡорт; 1902 йылда — 334 башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
352 | 470 | 609 | 576 | 703 | 762 | 737 | 555 | 646 | 480 | 461 | 655 | 573 | 428 | 366 | 397 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ноғман Хәмитов (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.