Чыныҡ
Чыныҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әтәс ауыл биләмәһе[d][1] |
Почта индексы | 423765 |
Чыныҡ[2] (татар. Чынык, рус. Чинниково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында ауылда икмәк магазины, мәсет (1814 йылдан билдәле) теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 153 башҡорт һәм 34 типтәр, 1834 йылда — 153 башҡорт, 1870 йылда — 208 башҡорт иҫәпләнгән[4].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
145 | 153 | 229 | 208 | 209 | 269 | 316 | 278 | 307 | 175 | 206 | 115 | 156 | 74 | 45 | 43 | 34 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 385. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 480—482. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.