Быуаҙкүл
Ауыл | |
Быуаҙкүл татар. Буазкүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
392 кеше (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423753 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Быуаҙкүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Татар Ямалысы ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағиҙел тамағы эргәһендә, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуаҙкүл — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1816 йылдан билдәле) уның ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Йәш ҡул» колхозы ойошторола; һуңыраҡ ул «Ағиҙел» колхозы, ә 1965 йылдан —«Аҡтаныш» совхозы составына инә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ир енесле 48 башҡорт; 1834 йылда — 98 башҡорт; 1870 йылда — 137 башҡорт; 1913 йылда — 110 аҫаба башҡорт һәм 153 керҙәш башҡорт йәшәй[2][3].
1859 | 1870 | 1897 | 1906 | 1913 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
125 | 137 | 208 | 279 | 263 | 240 | 234 | 255 | 181 | 125 | 199 | 252 | 392 | 392 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 305—307. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Еней. Том 1 / авт.-сост. С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — С. 41-43. — ISBN 978-5-85051-640-6.