Эстәлеккә күсергә

Меңнәр (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Меңнәр
татар. Меңнәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Аҡкүҙ

Координаталар

55°33′50″ с. ш. 54°01′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

270 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423744 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 889 002

Код ОКТМО

92 605 404 121

Номер в ГКГН

0143094

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Меңнәр (Рәсәй)
Меңнәр
Меңнәр
Меңнәр (Татарстан) (Татарстан)
Меңнәр

Меңнәр (Меңләр) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл Сөн йылғаһы буйында, Башҡортостан Республикаһы менән сигендә, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Меңнәр — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

1905 йылда мәсет (1836 йылдан билдәле), мәктәп, тирмән, икмәк магазины теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 156 типтәр (сығышы менән йәнәй ырыуынан), 15 башҡорт, 4 татар; 1859 йылда — 215 башҡорт һәм керҙәштәр (типтәрҙәр); 1870 йылда — 505 башҡорт; 1902 йылда — 761 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938194919581970197919892002
440505551699761821818692624380367516434279270

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 381—383. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.