Сураҡай (Татарстан)
Ауыл | |
Сураҡай татар. Чуракай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
452 кеше (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423746 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Сураҡай (Чураҡай) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Сураҡай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сураҡай (Ҡалмиә, Ҡалмиәтамаҡ) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1711 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.
XX быуат башында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 98 башҡорт; 1816 йылда — 82 башҡорт; 1848 йылда — 236 башҡорт; 1859 йылда — 386 башҡорт; 1870 йылда — 423 башҡорт; 1902 йылда — 855 аҫаба башҡорт; 1912 йылда — 1093 аҫаба башҡорт һәм 902 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
386 | 423 | 701 | 713 | 911 | 940 | 1032 | 852 | 602 | 574 | 995[3] | 995<ref name="БМ"/ > | 564 | 502 | 452 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].