Иҫке Бикчәнтәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Бикчәнтәй
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әтәс ауыл биләмәһе[d][1]
Халыҡ һаны 129 кеше (1795)[2],
74 кеше (1795)[2],
79 кеше (1816)[2],
47 кеше (1816)[3],
1 кеше (1816)[2],
235 кеше (1834)[2],
90 кеше (1834)[2],
313 кеше (1848)[4],
177 кеше (1848)[4],
600 кеше (1859)[4],
129 кеше (1859)[4],
705 кеше (1870)[5],
365 кеше (1902)[4],
739 кеше (1905)[4],
2028 кеше (1912)[4]
Почта индексы 423737
Карта

Иҫке Биксәнтәй (татар. Иске Бикчәнтәй, рус. Старое Бикчентаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ башҡорттарҙың байлар ырыуы вәкилдәре төпләнгән. 1736 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[7].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[6].

1870 йылда ауылда мәсет (1802 йылдан билдәле), мәктәп (1837 йылда асыла), 2 ел тирмәне теркәлгән[6].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[6].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 129 керҙәш башҡорт һәм 74 типтәр, 1834 йылда — 235 башҡорт һәм 90 типтәр, 1870 йылда — 705 башҡорт иҫәпләнгән[7].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [6][7])
17951859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
203596705799631739805644526492336342362261151148127

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]