Эстәлеккә күсергә

Ҡарт (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татарско-Суксинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423736
Карта

Ҡарт[2] (татар. Карт, рус. Картово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Ҡарт йылғаһы (Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы) буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары 1815 йылда нигеҙ һала — 10 ихата Ҡыр-Ҡайынтүбә ауылынан, 5 ихата Ҡәҙермәт ауылынан, 3 ихата Теләнсе ауылынан килеп төпләнә. Ауыл Йәнәй улусының Ҡамбар түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].

1840 йылда ауылда тирмән, икмәк магазины, 1848 йылда — мәсет теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

1816 йылда ауылда 105 башҡорт, 1834 йылда — 132 башҡорт, 1870 йылда — 180 башҡорт, 1912 йылда — 340 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][4])
1816183418591870188419061913192019261938194919581970197919892002
105132205180245527340275307329234259280236174160

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 382. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 354—356. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

.