Яңы Ҡормаш (Татарстан)
Ауыл | |
Яңы Ҡормаш татар. Яңа Кормаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1722 йыл[1] |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423738 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Яңы Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайыштараҡ 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуатта Иҫке Ҡормаш ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсары улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет (1893—1894 йй. төҙөлгән), мәҙрәсә-мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда ауылда ир енесле 166 йән аҫаба башҡорт; 1870 йылда — 404 башҡорт; 1906 йылда — 736 башҡорт һәм типтәр йәшәй. Типтәрҙәр сығышы менән байлар ырыуы салағош түбәһе аҫаба башҡорттарынан (хәҙерге Әгәрже районы Вәрзи ауылынан)[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
336 | 404 | 504 | 600 | 736 | 838 | 801 | 692 | 901 | 674 | 573 | 667 | 551 | 439 | 399 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].