Эстәлеккә күсергә

Иҫке Жиәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Жиәш
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тлякеевское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 223 кеше (1795)[2],
11 кеше (1795)[3],
18 кеше (1816)[3],
283 кеше (1816)[4],
12 кеше (1834)[3],
425 кеше (1834)[3],
254 кеше (1850)[3],
19 кеше (1850)[3],
280 кеше (1859)[3],
425 кеше (1902)[3],
662 кеше (1905)[3],
767 кеше (1912)[3]
Почта индексы 423732
Карта

Иске Жиәш[5] (Иҫке Зиәш[6]; татар. Иске Җияш, рус. Старое Зияшево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[7].

Ауылға гәрә ырыуы татарҙары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[6]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[8].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[7].

1848 йылда ауылда мәсет (1816 йылдан билдәле), мәктәп, 1905 йылда — 4 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне), икмәк магазины теркәлгән[8].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[7].

1795 йылда ауылда 27 ихатала 223 аҫаба башҡорт һәм 2 ихатала 11 типтәр, 1816 йылда — 283 башҡорт һәм 19 типтәр, 1834 йылда — 425 башҡорт һәм 12 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 141 ихатала — 425 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1905 йылда 145 ихатала — 662 кеше, 1912 йылда 156 ихатала — 767 аҫаба башҡорт йәшәй[8].

179518341859186518701884189719061913192019261938194919581970197919892002[7][6]
234425548585652697662767740662560404365368340215189184

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкирӨфө: Китап, 2009.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкирӨфө: Китап, 2009.
  4. улы Ә. Ә. З. Ауыл мензелинских башкирӨфө: Китап, 2009.
  5. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 384. — 544 с. ISBN 5-295-02882-8.
  6. 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Жиәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  8. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 321—325. — 600 с. ISBN 978-5-295-04952-1.