Иҫке Ҡормаш (Татарстан)
| Ауыл | |
| Иҫке Ҡормаш татар. Иске Кормаш | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423733 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Иҫке Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан 24 км көнбайыштараҡ урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улысына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 57 йән башҡорт; 1816 йылда — 165 йән башҡорт (уларҙың 5-һе күп ҡатынлы); 1834 йылда — 247 йән башҡорт, шул иҫәптән 88 аҫаба (бүләр ырыуы) һәм 159 керҙәш башҡорт (байлар ырыуы); 1859 йылда — 327 керҙәштәр (типтәрҙәр); 1870 йылда — 741 типтәр йәшәй[2].
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—2000) — скульптор, Башҡортостандың халыҡ (2000) рәссамы (1977)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 367—370. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Басиров Зилфәт Рәүеф улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2017)