Иҫке Сәфәр
| Ауыл | |
| Иҫке Сәфәр татар. Иске Сәфәр | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Нигеҙләнгән | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Элекке исеме |
Сәфәр |
| Халҡы | |
| Милли состав | |
| Конфессиональ составы | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423748 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Иҫке Сәфәр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Сәфәр ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бүтәҙә һәм Терпеле йылғалары буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1757 йылда телгә алына[5]. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, ә һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә состаында була. Башҡортостанда кантон идаралығы осоронда, 11-се башҡорт кантоны 1-се йортона ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[6].
1848 йылда — тирмән һәм мәсет; 1870 йылда — 6 тирмән (шул иҫәптән 4 ел тирмәне), мәсет һәм мәктәп; 1905 йылда — 2 хужалыҡ магазины, 2 бакалея кибете, 2 мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән. Ауылда 1837 йылда 3 башҡорт мәктәбе (шулай уҡ мәсет йәки мәҙрәсә ҡарамағында 20 шәкерте менән 2 мәктәп), 1866 йылда 50 уҡыусы менән 1 мәктәп һәм 1867 йылда 80 шәкерте менән мәҙрәсә булған[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 17 ихатала 166 аҫаба башҡорт һәм 4 йортта 34 керҙәш-башҡорт; 1816 йылда — 48 ихатала 292 башҡорт; 1834 йылда — 72 йортта 483 башҡорт; 1848 йылда — 83 ихатала 550 башҡорт; 1859 йылда — 939 башҡорт; 1870 йылда — 1083 башҡорт; 1912 йылда 315 йортта — 1572 аҫаба башҡорт һәм 59 йортта — 297 керҙәш башҡорт йәшәй[6].
| 1795 | 1834 | 1859 | 1865 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002[4][5] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 499 | 544 | 939 | 1083 | 1083 | 1422 | 1772 | 1852 | 1869 | 1911 | 1558 | 1549 | 1119 | 1361 | 1243 | 904 | 877 |
- Н/Д[7]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—1957) — инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Ҡорбанғәле Бикташ улы Туҡтаров — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се башҡорт полкы составында ҡатнаша, ике көмөш миҙал кавалеры. 1836 йылда 9-сы башҡорт полкы составында Мөхәмәҙей Ихсан улы Туҡтаров менән бергә Бессарабия янында Рәсәй империяһы сиктәрен һаҡлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- 1 2 3 Татарская энциклопедия.
- 1 2 [2%2%2http://fb.bashenc.ru/TABLES/KAMSKO_IKSKIE_2.jpg Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии]/ Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 389—395. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник