Аҡтанышбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡтанышбаш
татар. Актанышбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Аҡтанышбаш

Координаталар

55°31′25″ с. ш. 53°56′18″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1744 йыл[1]

Халҡы

311 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423740

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 080 01 

Код ОКТМО

92 605 408 101

Номер в ГКГН

0142217

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡтанышбаш (Рәсәй)
Аҡтанышбаш
Аҡтанышбаш
Аҡтанышбаш (Татарстан)
Аҡтанышбаш

Аҡтанышбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡтанышбаш — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1744 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ (Шәрип) улусы составына керә.

1847 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле, 1870 йылда уның ҡарамағында мәктәп теркәлә. 1905 йылда һыу тирмәне, икмәк магазины эшләгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Аҡтанышбаш» колхозы ойошторола (1950 йылдан — «Урал» колхозы, 1958 йылдан — «Үҙәк» колхозы составында)[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ир енесле 140 башҡорт; 1834 йылда — 299 башҡорт; 1848 йылда — 330 башҡорт; 1902 йылда — 333 башҡорт; 1912 йылда — 305 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971906191319211926193819581970197919892000
469466585632648305373330320350341319224311

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 261—264. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.