Эстәлеккә күсергә

Иҫке Үръяҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Үръяҙы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кузякинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423750
Карта

Иҫке Үръяҙы (Юғары Үръяҙы; татар. Иске Үрьяды, рус. Старые Урьяды) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Үръяҙы йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1706 йылдан билдәле. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[3].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].

XX быуат башында ауылда мәсет (1844 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[2].

1795 йылда ауылда 212 башҡорт, 1834 йылда — 217 типтәр, 1870 йылда — 250 башҡорт, 1912 йылда — 423 типтәр иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
1795183418591884189719061913192019261938194919581975198920022008
212218499530709877865382308668382325320134115123
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 451—452. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.