Эстәлеккә күсергә

Йәнәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнәй

Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Йәнәйбашҡорт ҡәбиләһе.

  • Боғаҙы
  • Ҡамбар
  • Туғыҙ

Ҡәбиләнең этнонимы генах (грек. γενάχ) формаһында Византия императоры Константин Багрянородный менән «Империя менән идара итеү тураһында» хеҙмәтендә боронғо венгр ҡәбиләләре берләшмәһендә телгә алына[1]. Йәнәй башҡорт ҡәбиләһенең һәм ено (мадьярса  Jenő) венгр ҡәбиләһенең этнонимдарының уртаҡлығы тел белгестәрендә бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Д. Немет буйынса этноним артабанғыса үҫешкән: jenee — jeneu — jeno. Этнонимдың барлыҡҡа килеүе хаҡында төрлө фекерҙәр бар. Тел белгестәре В. Г. Егоров һәм Д. Немет буйынса йәнәй атамаһы боронғо төрки телдәренән барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар[2]. Этноним шулай уҡ сыуаштарҙа ла билдәле[3].

Беҙҙең эраның I мең йыллыҡ аҙағында — II мең йыллыҡ башында йәнәйҙәр юрматы-юрмый этник ҡоронда булып, боронғо башҡорт халҡының компоненттарының береһе була. Йәнәй ҡәбиләһенең формалашыуына шулай уҡ ҡатай, ҡыпсаҡ һәм үҫәргән ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай[3][2].

1909 йылда «Шура» журналында баҫылып сыҡҡан йәнәйҙәрҙең риүәйәттәренә ярашлы, уларҙың боронғо тыуған ерҙәре («йәнәй ватаны») Әй буйҙарында урынлашҡан[4]. Аҙаҡ йәнәйҙәр яңы ер эҙләп Каманың ике яҡ яр буйы, Ыҡ һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымы буйҙарына килеп төпләнәләр[5]. Был ысынға тап килә, ҡәбилә Каманың ике яҡ яр буйы, Иж (Ижау), Сөн, Ыҡ һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы үҙәндәрен биләгән, ерҙәренең төньяҡ сиктәре Беүә буйҙарына барып еткән[2][6]. Бында йәнәйҙәр байлар, бүләр, гәрә, йылан һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре менән күрше була[3].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Йәнәй улусын тәшкил итә. П. И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы XVIII быуат уртаһында Йәнәй улусында 400 йорт иҫәпләнгән. Географик урынлашыуы арҡаһында, ҡәбиләнең биләмәһе тәүгеләрҙән булып колонияллаштырыуға дусар була, был үҙ сиратында уларҙы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашырға мәжбүр итә[7].

Йәнәйҙәрҙең ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Сарапул, Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәренә[8], ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (10-сы, 11-се) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡараған[3].

Йәнәй башҡорттарының тораҡ пункттары[9][10][11][12]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы, Иҫке Шығай, Шланлыкүл
Дәүләкән районы Сапай
Илеш районы Йәйләү, Ҡыпсаҡ, Турасы
Краснокама районы Сауыҙ, Сауыҙбаш
Туймазы районы Кәкребаш, Түбәнге Бишенде
Татарстан Аҡтаныш районы Адай (Әҙебай), Боғаҙкүл, Иҫке Боғаҙы (Боғаҙы), Иҫке Ҡәҙермәт (Кадермәт), Иҫке Солтанғол (Солтанғол), Иҫке Сәфәр, Иҫке Урьяды (Үрге Үръяҙы), Карт, Ҡыр-Ҡайынтүбә, Ҡалмаш, Сыуыҡсу (Татар Суыксуы), Терпеле, Түбән Урьяды (Түбәнге Үръяҙы), Чалманарат, Шәбеҙ, Юғары Боғаҙы (Яңы Боғаҙы)
Минзәлә районы Бикбау, Ҡалмырҙа
Әгерже районы Акхужа, Битсимәс, Ғәли, Девәтернә (Туғыҙбай), Иҫке Әсләк (Ыҫлаҡ), Иҫәнбай, Көчек, Ҡаҙыбаш, Ҡасай, Сосново (Нарат), Таузима, Үтәгән, Әгерже, Яңы Аҡҡужа, Яңы Мәтле, Яңы Әсләк (Яңы Ыҫлаҡ)
  1. Константин Багрянородный. Об управлении империей / Под. ред. Г. Г. Литаврина, А. П. Новосельцева. Греческий текст, перевод, комментарии. — Изд. 2-е, исправл. — М.: Наука, 1991. — С. 163. — 496 с. — ISBN 5-02-008637-1. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 339—341. — 572 с.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Йәнғужин Р. З. Йәнәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. История башкирских родов, 2014, с. 25—26
  5. Еней-бабай. // «Шура». — 1909, № 1. — 21 б.
  6. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 385. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  7. История башкирских родов, 2014, с. 26
  8. История башкирских родов, 2014, с. 35
  9. История башкирских родов, 2014, с. 27,35—97
  10. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  12. Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.