Эстәлеккә күсергә

Үтәгән (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтәгән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старосляковское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 364 кеше (2002)[2]
Почта индексы 422225
Карта

Үтәгән[3] (татар. Үтәгән, рус. Утяганово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.

Ауыл Бимә йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай административ-территориаль улусы составына керә[5].

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ауыл кешеләре (аҫаба йәнәй башҡорттары) Иванай ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) күсергә мәжбүр була һәм бында керҙәш булып китә[5].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, земство мәктәбе, тирмән теркәлгән[4].

1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[4].

1834 йылда ауылда 216 аҫаба башҡорт (шулай уҡ Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 14 керҙәш башҡорт); 1840 йылда — 244 башҡорт (шулай уҡ 1841-1842 йылдарҙа Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 30 башҡорт) иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
185918871905192019261938194919581970198920022010
24948710931195129511061051793713408364287
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 42-43. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.