Ҡасай
Ҡасай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кадыбашское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 105 кеше (2010) |
Почта индексы | 422223 |
Ҡасай[2] (Иҫке Туғыҙ, Көйөк, Илмырҙа; татар. Касай, рус. Касаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡаҙы йылғаһынан 1 км һәм Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 78 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1722 йылдан билдәле. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай административ-территориаль улусы составына керә[4].
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә, 1738 йылда ауыл кешеләре (аҫаба йәнәй башҡорттары) Ҡыр-Ҡаңлы улусының Сабай ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) күсергә мәжбүр була һәм бында керҙәш булып китә[4].
1859 йылда ауылда мәсет, 2 тирмән, XX быуат башында — мәҙрәсә, мәктәп теркәлгән[3].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1927 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда 17 керҙәш башҡорт, 138 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 14 ҡаҙна крәҫтиәне (татарҙарҙан); 1834 йылда — 42 керҙәш башҡорт, 200 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 17 ҡаҙна крәҫтиәне (татарҙарҙан); 1859 йылда — 316 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 61 башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1816 | 1859 | 1890 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
144 | 217 | 579 | 837 | 727 | 524 | 518 | 286 | 307 | 758 | 146 | 117 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 43-44. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 149. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.