Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Миңлеғәли Нәҙерғолов
Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йылайыр районы, Ҡашҡар ауыл Советы (Йылайыр районы), Ишбулды ауылы
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)

Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңлеғәли Нәҙерғоловтың ғилми тишеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Әбделҡадир Инан, Ғәли Соҡорой, Фазыл Туйкин, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғарифулла Кейеков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. «Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары» («Историко-функциональные жанры башкирской литературы», 2002), «XVI—XX бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре» («Башкирские историко-литературные сочинения XVI — начала XX века», 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡорт әҙәбиәте антологияһы һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. Өфө, 2004 й.
  • Краткое описание фонда М.Уметбаева из архива Уфимского научного центра РАН. Уфа,1993.  (рус.)
  • Историко-функциональные жанры башкирской литературы. Уфа, 2002.  (рус.)
  • Башкирские историко-литературные сочинения 16- начала 20 века. Уфа, 2013.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
  • Рәсәй Фәндәр Академияһы Президумының Маҡтау грамотаһы.
  • Рәсәй Тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Маҡтаулы билдәһе.
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау грамотаһы.
  • Өфө ҡала мэрияһының Маҡтау грамотаһы.
  • Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)