Эстәлеккә күсергә

Дьюла Немет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дьюла Немет
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 2 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][1][3][…] или 1 (13) ноябрь 1890[4]
Тыуған урыны Карцаг[d], Яс-Надькун-Сольнок[d], Венгрия
Вафат булған көнө 14 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2][1][3][…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгерская Народная Республика[d][2]
Хәләл ефете Irén Sebestyén[d]
Һөнәр төрө лингвист, востоковед, тюрколог
Биләгән вазифаһы директор[d][5]
Уҡыу йорто Будапешт университеты[d]
Ойошма ағзаһы Саксония фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d] һәм ГДР фәндәр академяһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
 Дьюла Немет Викимилектә

Дьюла Немет (Юлиус Немет, мадьярса  Németh Gyula; 2 ноябрь 1890(18901102)14 декабрь 1976) — мадъяр шәрҡиәтсеһе, тел белгесе, төркиәтсе. Венгрия Фәндәр академияһы ағзаһы (1935[6]). Кошут исемендәге премия лауреаты (1948); Болгария Фәндәр академияһы (1954), ГДР Фәндәр академияһы (1955), Хельсинкилағы Фин-уғыр йәмғиәтенең (1931) ағза-корреспонденты, Лондондағы Азия король йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1956).

Дьюла (Юлиус) Немет[7][8][9] 1890 йылдың 2 ноябрендә Австро-Венгрияның Карцаг (хәҙерге Венгрияның Яс-Надькун-Сольнок) медьеһында тыуған.

1916—1964 йылдарҙа — Будапешт университетының төрки филологияһы кафедраһы профессоры.

Төп хеҙмәттәре төрки филологияһына һәм мадъярҙарҙың боронғо тарихына бағышланған. «Күсенеү дәүере мадъярҙарының формалашыуы» (рус. «Формирование венгров эпохи переселения», 1930) тигән төп хеҙмәтендә мадъярҙарҙың IX быуатҡа тиклемге ҡәбиләләр составы һәм уларҙың этногенезында төрки ҡәбиләләренең роле өйрәнелә.

Бер нисә хеҙмәттәре Венгрияның тарихи географияһына, төрки ҡәбиләләренең барлыҡҡа килеүенә, орхон рун яҙмаларын, һундарҙың телен асыҡлауға бағышланған.

Төрөк теленең грамматикаһы буйынса хеҙмәте әле лә Төркиәлә юғары баһалана.

Боронғо төрки теленең Көньяҡ Уралда формалашыуы тураһында яҙа. Боронғо төрки телендә һинд-иран, алғы азия һәм семит телдәренән һүҙҙәр булыуын быға дәлил итеп килтерә. Шулай уҡ Немет буйынса боронғо төрки һәм урал телдәре күп уртаҡлыҡҡа эйә, быны борон уларҙың күршеләш йәшәүҙәренә бәйләй.

  • Kumük tanulmányok (Budapest, 1911)
  • Adalékok a török-mongol nyelvek hangtörténetéhez (Budapest, 1913)
  • Kóborlások Kisázsiában (1913)
  • Az ősjakut hangtan alapjai (1914)
  • Türkisches Lesebuch mit Glossar (Berlin, 1916)
  • Türkische Grammatik (Berlin-Lipcse, 1917)
  • A régi magyar írás eredete (1917)
  • Türkisches Übungsbuch für Anfänger (Berlin-Lipcse, 1917)
  • Türkisch-deutsches Gesprächsbuch (Berlin-Lipcse, 1917)
  • Akadémiánk és a keleti filológia (Budapest, 1928)
  • Magna Hungaria (Leipzig-Vienna, 1929)
  • A honfoglaló magyarság kialakulása (Budapest, 1930), 2. bővített, átdolgozott kiadás, közzéteszi: Berta Árpád, 1991
  • A nagyszentmiklósi kincs feliratai (Budapest, 1932)
  • A magyar rovásírás (Budapest, 1934)
  • Thury József levelező tag emlékezete (1934)
  • A magyar kereszténység kezdete (1940)
  • Attila és hunjai (szerkesztő, társszerző, 1940, 1996 (hasonmás))
  • Die türkischen Texte des Valentin Balassa (Budapest, 1953)
  • Die Türken von Vidin (Budapest, 1965)
  • Die türkische Sprache in Ungarn im XVII. Jahrhundert (Budapest-Amszterdam, 1970)
  • Gombocz Zoltán (Budapest, 1972)
  • Törökök és magyarok 1-2. szerkesztette: Róna-Tas András, Kakuk Zsuzsa (1990)
публикациялар
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119223341 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Gyula Németh // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  5. http://real-eod.mtak.hu/11968/1/LinguisticaSeriesC_12_2001.pdf
  6. 1922 йылдан Венгрия Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.
  7. Археология и этнография Башкирии. — Т. IV. — Уфа, АН СССР ОИ БФ, 1971. — С. 249.
  8. Немет Ю. К вопросу о аварах 2007 йыл 30 октябрь архивланған.
  9. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.