13 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
13 ноябрь | |
![]() |
13 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 317-се көнө (кәбисә йылында 318-се). Йыл аҙағына тиклем 48 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Радиация, химия һәм биология һағы ғәскәрҙәре көнө.
Беларусь: Радиация, химия һәм биология һағы ғәскәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805: Венгрия ит һатыусыһы Иоганн Ланер тәүге тапҡыр сосиска эшләй.
- 1907: Поль Корню вертолётта беренсе осош яһай.
- 1971: Беренсе яһалма Ер юлдашы Марс орбитаһына сығарыла.
- 1994: Швеция Европа Берләшмәһенә инә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Викман Пётр Михайлович (1890—10.04.1958), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1920 йылдың июленән 1921 йылдың майына тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (беренсе) секретары. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1956) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Бамдас Александр Маркович (1905—11.01.1972), ғалим-электроинженер. 1970—1972 йылдарҙа Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының электр машиналары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. Профессор, техник фәндәр докторы (1938).
- Миҙхәт Ғәйнуллин (1925—15.01.2001), партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.
- Ғарипова Нинэль Фёдоровна (1945), сәнғәт ғалимы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, пианист. Сәнғәт ғилеме докторы (2011), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). 1963 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан фортепиано кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1990—2007 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сескутов Юрий Васильевич (1927—26.09.2008), хужалыҡ эшмәкәре, 1960—1979 йылдарҙа Салауат техник быяла заводының директоры һәм генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1977). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Шаһбалова, 1977), спортсы, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002), донъя рекордсмены (2006), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2008), йүгереү буйынса халыҡ-ара ярыштар һәм марафондарҙа еңеүсе (2007, 2008), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы (2005—2006), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәниев Әҙһәм Ишмөхәмәт улы (1928), хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәтсе. 1969—1992 йылдарҙа Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы директоры, 1989—2007 йылдарҙа Кушнаренко районы ветерандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почётлы гражданы.
- Шәйбәкова Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны. Кушнаренко районы «Большевик» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Халиҡ Заимов (1914—9.02.1977), композитор, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).
- Михайлов Алексей Егорович (1949), Башҡортостан урман хужалығы ветераны, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1312: Эдуард III, Англия короле.
- 1768: Бертель Торвальдсен, Дания скульпторы.
- 1850: Роберт Льюис Стивенсон, Англия яҙыусыһы.
- 1954: Лидия Логинова, йырсы, Коми Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- 1976: Альбина Ахатова, Рәсәй биатлонсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]