Горбушина Светлана Николаевна
| Горбушина Светлана Николаевна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 13 ноябрь 1952 (73 йәш) |
| Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | уҡытыусы |
| Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Өфө дәүләт авиация техник университеты |
| Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
| Ғилми исеме | профессор[d] |
| Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Горбушина Светлана Николаевна (13 ноябрь 1952 йыл) — педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Николаевна Горбушина 1952 йылдың 13 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда тамамлай, һөнәре буйынса — биолог-биохимик[2]. Хеҙмәт юлын «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһендә үҙ профиле буйынса башлай һәм оҙайлы ваҡыт бында эшләп, тәжрибә туплай (1975—1991). 1991 йылдан алып Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһында эшләй[1], артабан, 1994 йылдан башлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Мировоззренческие детерминанты формирования культуры здоровья будущего учителя»[3]. 2008 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетына эшкә күсә[1], бында ул — стандартизациялау һәм сертификациялау кафедраһы профессоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре йәшәйеш хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм сифатты тикшереү, иммуно- һәм -вакцинопрофилактика проблемаларына арналған[1].
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре
Мировоззренческие детерминанты здорового образа жизни в системе профессиональной подготовки будущего учителя. М., 2004;
Педагогическая профилактика табакокурения среди девушек-учащихся в системе начального профессионального образования. Уфа, 2008.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Горбушина Светлана Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 УГАТУ(недоступная ссылка)
- ↑ Диссертация
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горбушина Светлана Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2022)