Сескутов Юрий Васильевич
Сескутов Юрий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 ноябрь 1927 |
Тыуған урыны | Вольск[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 сентябрь 2008 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Салауат |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сескутов Юрий Васильевич (13 ноябрь 1927 йыл — 26 сентябрь 2008 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1979 йылдарҙа Салауат техник быяла заводының директоры һәм генераль директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1977). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Васильевич Сескутов 1927 йылдың 13 ноябрендә Һарытау губернаһының[1] Вольск ҡалаһында тыуған.
1946 йылда Вольск индустриаль техникумын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Бөйөк Октябрь» быяла заводында механик булып башлай.
1955 йылда «тау инженеры» һөнәре буйынса СССР-ҙың Төҙөлөш материалдары етештереү министрлығының Юғары инженер курсын тамамлай.
1955 йылдан — Һарытау техник быяла заводында баш механик, артабан — предприятиеның баш инженеры.
1960 йылдың 1 октябренән Башсовнархоздың промышленность төҙөлөшө материалдары идаралығы бойороғо буйынса Ю. В. Сескутов Салауат ҡалаһында төҙөлөп ятҡан техник быяла заводының директоры итеп тәғәйенләнә.
1960 йылдан 1979 йылға тиклем Салауат техник быяла заводының директоры һәм генераль директоры булып эшләй.
1980 йылдан 1999 йылдарға тиклем — Дәүләт быяла институты проект-конструктор бюроһының Башҡортостан филиалы директоры була.
Сескутовтың тәрән белеме арҡаһында Салауатта быяла заводы табаҡлы тәҙрә быялаһын, сталинитты, балаҫ-мозаика плиткаларҙы, быяла тышлау плиткаһын, арматурланған быяла, быяла пакеттар, шымартылған быяла, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары: көҙгөләр, керамика, термос һ.б. етештереүҙе үҙләштерә.
Ю. В. Сескутов производствоға индерелгән күп уйлап табыуҙар, рационализаторлыҡ тәҡдимдәр, авторы. Уның тарафынан уйлап табыуға 34 ғариза бирелә, шуларҙың 23-нә авторлыҡ танытмаһы ала, 5 асыш индерелә, 64 рационализаторлыҡ тәҡдимдәр бирелә, шуларҙың 16-һы производствоға индерелә.
Заводта эшләү менән бер үк ваҡытта Ю. В. Сескутов әүҙем йәмәғәт эше алып бара, КПСС-тың Салауат ҡала комитеты ағзаһы, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы депутаты, башҡарма комитет ағзаһы булып тора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Производство заданиеларын үтәүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Ю. В. Сескутов 1966 йылда Ленин, 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1971 йылда ул «БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
1998 йылдан Ю. В. Сескутов — Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
2008 йылда Салауатта вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Һарытау өлкәһе
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Патенты России. Стекло 05.10.1976 г. автор(ы): Будов Виктор Михайлович, Сескутов Юрий Васильевич, Игнатова Тамара Игнатьевна. № документа 00530859.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сескутов Юрий Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2019)
- 13 ноябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 26 сентябрҙә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Салауатта вафат булғандар
- Башҡортостанда ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре
- Башҡортостан шәхестәре