Викман Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викман Пётр Михайлович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 октябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Рига
Вафат булыу көнө 10 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Латвия ССР-ы[d], Рига
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Викман Пётр Михайлович / лат. Pēteris Vikmanis / (1 октябрь 189010 апрель 1958) — совет партия эшмәкәре, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1) секретары (июль 1920 — май 1921).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викман Петр Михайлович Рига ҡалаһында 1890 йылың 1 октябрендә тыуған.

Латвиялағы 1905 йылғы ҡанлы ваҡиғаларҙан һуң 1906 йылда РСДРП(б)-ға инә.

19131916 йылдарҙа бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм азат ителә.

19161917 йылдарҙа Кимры электр станцияһында электромонтер булып эшләй.

1918 йылда Кимры өйәҙе (Корчев өйәҙенән бүленеп сыға) ойошторолғандан һуң Кимры өйәҙ башҡарма комитетының беренсе рәйесе була.

Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Тверь губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе (1918—1920).

19241927 йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы марксизм курстарында, 1943 йылда — Киров совет-партия курстарында уҡый.

Эш урындары: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1) секретары (1920—1921). Смоленск губкомының секретары (1922—1924). Мәскәүҙә уҡыу (1924—1927). Наркоматтың Эшсе-крәҫтиән инспекцияһында (РКИ, Рабкрин) эш (19271929). ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты аппаратында эш (1929—1930). 1930 йылдың 16 октябренән ВЦИК-тың ойоштороу бүлегенә тәғәйенләнә һәм 1935 йылдың 1 апрелендә икенсе эшкә күсеү сәбәпле инструктор вазифаһынан бушатыла.

I саҡырылыш СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының ағзаһы, VII, X, XI саҡырылыш ВЦИК ағзаһы, III һәм VI Советтарҙың Бөтә Союз съездары делегаты, IV—VIII, X—XII, XV Советтарҙың Бөтә Рәсәй съезы делегаты. VII (Апрель) конференцияһы делегаты, ХП, XIV—XVI партия съездары делегаты, XV-се съезда ВКП(б)-ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

1941 йылдан — Латвия КП (б)-ның Үҙәк комитеты инструкторы, Киров совет һәм партия төҙөлөшө мәктәбенең директоры урынбаҫары, һуңынан — «Cīņa» («Көрәш», Киров) гәзитенең экспедиторы, Латвия КП(б)-ның Кулдиг өйәҙ комитетының секретары, Латвия ССР-ның Дәүләт диңгеҙ пароходлығы сәйәси бүлегенең лекторы.

50-се йылдарҙа Петр Михайлович Латвия СССР-ның Дәүләт сәнғәт академияһының марксизм-ленинизм кабинеты уҡытыусыһы, мөдире; Латвия ССР-ның Революция музейы директорының ғилми өлөшө буйынса урынбаҫары; Латвия ССР-ның урындағы яғыулыҡ сәнәғәте Министрлығы Кадрҙар бүлеге начальнигы; Латвия ССР-ның фәндәр академияһы кадрҙар бүлегенең начальнигы урынбаҫары.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Викман исеме Кимры ҡалаһындағы урамға бирелгән (элекке Миллионлы урам).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]