19 ғинуар
19 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
19 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 19-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 346 көн ҡала (кәбисә йылында 347).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Көнсығыш христиандарҙа Крещение
- Яҡшы хәтер көнө.
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе ойошторолған көн.
Рәсәй Федерацияһы: Патологоанатом көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1649: Земство соборы тарафынан Рус дәүләтенең төп законы — Собор уложениеһы ҡабул ителә, уға ярашлы башҡорттар үҙҙәренең ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала.
- 1810: Англия уйлап табыусыһы Питер Дюран консерва банкаһына патент ала.
- 1837: Ырымбурҙағы «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының планы раҫлана.
- 1853: Римдә Джузеппе Верди «Трубадур» операһын тамашасы хөкөменә тәҡдим итә.
- 1960: Өфө фанера-плитә комбинаты эш башлай.
- 1966: Индира Ганди Һиндостандың премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 1970: Хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
- 1993: «Асылыкүл» милли паркы ойошторола.
- 2011: Башҡортостан Республикаһының Олимпия советы булдырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малиновская Софья Иосифовна (1920—??), педагог, 1961—1970 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 2-се урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәмитов Зәки Сәлим улы (1930—1993), ғалим-инженер. 1967—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан — машиналар ремонтлау кафедраһы мөдире һәм ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған инженеры. Башҡортостан Республикаһының элекке Башлығы Рөстәм Хәмитовтың атаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Штәнде ауылынан.
- Мөнир Ишбулатов (1935—23.10.2010), мәғариф һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, шағир һәм прозаик. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2007).
- Ринат Хәйри (1950—5.09.1990), шағир һәм журналист. 1974—1990 йылдарҙа Илеш районының «Маяҡ» гәзите хеҙмәткәре. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1990).
- Сонькин Наум Борисович (1950), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1992 йылдан Мәскәү өлкә адвокаттар коллегияһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Халыҡ ара хоҡуҡ һәм иҡтисад институты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1999), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғарифуллин Илүс Фәғит улы (1960—25.12.2016), инженер-механик, сәнәғәт тармағы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2003—2005 һәм 2012—2014 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Воронина Ирина Александровна (1906—1969), музыкант. 1942—1963 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры концертмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Шафиҡов Ғәббәс Фәтхрахман улы (1916—1997), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1945—1950 һәм 1956—1960 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1966—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары. РСФСР-ҙың алтынсы, етенсе, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты; КПСС-тың XXIV съезы делегаты (1971).
- Парфёнов Юрий Васильевич (1946), СССР һәм Рәсәйҙең джаз музыканты (торба, флюгельгорн, альтгорн), композитор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997).
- Никулин Иван Александрович (1951), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1996—2009 йылдарҙа Балаҡатай районы хакимиәте башлығы, шул иҫәптән 1996—2004 йылдарҙа район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балаҡатай районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Юрьев Виктор Леонидович (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2014) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (2000), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). 1973 йылдан СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфөләге Технология һәм производствоны ойоштороу институты (1979 йылдан — Урал филиалы) хеҙмәткәре, 1979 йылдан филиалдың сектор начальнигы, 1983 йылдан — филиал начальнигының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары; 1992 йылдан — филиал директоры, 1995—2020 йылдарҙа — филиалдың генераль директоры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Жданов Рауил Шәңгәрәй улы (1922—21.01.1997), төҙөүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1983 йылдарҙа «Салауатстрой» тресы диспетчеры, баш диспетчеры, производство-технологик комплектлау идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980). Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1944, 1985). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылынан.
- Райманов Исмәғил Миңлеғәли улы (1937—2007), ауыл хужалығы алдынғыһы. Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы үҙәк бүлексәһе механизаторы. РСФСР ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Саҙриева Рәсилә Шаһи ҡыҙы (1937), педагогик хеҙмәт ветераны, уҡытыусы-методист. 1960 йылдан Благовар районы мәктәптәре уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Болошло ауылынан.
- Банников Анатолий Петрович (1942—31.03.1998), спортсы, тренер. Пуля менән атыу буйынса 1974—1980 йылдарҙа һәм 1985 йылда — РСФСР, 1971—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командалары тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1963) һәм республика категорияһындағы судья (1977). СССР-ҙың (1980) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы (1952), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1986—1994 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарихи архивы директоры; 1998—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре идаралығы начальнигы, 2014—2021 йылдарҙа идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы архивсыһы (2007).
- Мансуров Валерий Әҙһәм улы (1957), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, инженер-төҙөүсе. 2003 йылдан 10-сы төҙөлөш идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 3-сө (2003—2008), 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Башҡортостан Республикаһындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Рамай Ҡаһир (Ҡаһиров Рамай Рәйес улы; (1962), шағир, яҙыусы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013), Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре—2002» шиғыр фестивале номинанты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кимаев Павел Корнеевич (1923—9.01.1972), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» игенселек совхозының трактор бригадаһы бригадиры, 1956 йылдан — бүлексә идарасыһы. Ленин (1956) һәм Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Хворостянка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорецкий (Ларионов) Григорий Прокопьевич (1879—6.03.1913), яҙыусы, фольклорсы, хәрби табип. Рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
- Кондрашков Виктор Антонович (1924—5.05.2005), архитектор. 1965 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан «Башкиргражданпроект» институтының 1‑се оҫтаханаһында баш архитектор, 1966 йылдан 1970-се йылдар уртаһына тиклем «Башгипронефтехим» институты архитекторы. Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһе Дмитров районының Спасский ҡасабаһынан.
- Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы (1944), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенән.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1736: Джеймс Уатт, пар машинаһын уйлап тапҡан шотланд механигы.
- 1809: Эдгар По, Америка яҙыусыһы, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1900: Михаил Исаковский, СССР композиторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1970).
- 1925: Азат Аббасов, опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- 1945: Вадим Абдрашитов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1947: Ҡасим Дәүләткилдеев, башҡорт совет рәссамы, СССР рәссамдар Союзы ағзаһы, башҡорт һөнәри рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]