Штәнде
Ауыл | |
Штәнде Штәнде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Штәнде, икенсе атамаһы Итәүәш (рус. Штанды) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 568 кеше булған[1]. Почта индексы — 452989, ОКАТО коды — 80208843001.
Ауылға XVIII быуатта Ҡыр Танып улусы (Ҡыр Танып ырыуы) башҡорттары үҙ ерендә нигеҙ һалған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Себер даруғаһының Ҡыр Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл шул исемдәге (Штәнде, йәки Итәүәш, Итәбаш) йылға буйында барлыҡҡа килгән.
1816 йылда 12 йортта 70 башҡорт йәшәгән. 1859 йылда бында 311 кеше (51 йорт) йәшәгән [2].
1865 йылда 51 йортта 321 кеше йәшәгән [3].
1906 йылда 90 йортта 472 кеше йәшәгән. 1920 йылда ауылда 891 кеше (180 йорт) була.
1834 йылда 110 кешегә 360 бот ҡышлау ашлығы һәм 296 бот яҙғы һабан ашлығы сәселә.
1920 йылдан һуң Штәнде ауылынан бер нисә ғаилә яңы ауыл —Яңы Штәндегә нигеҙ һалған, унда 17 йорт булған [2].
Штәнде ауылы башҡорттары шул уҡ райондың Иҫке Илекәй ауылы халҡы менән бер нәҫелдән булған һәм 10-сы башҡорт кантонына ҡараған, 1863 йылға тиклем хәрби ҡатламға ингән (сик буйы хеҙмәтен үтәгән һәм хәрби походтарҙа ҡатнашҡан).
Ауылда беренсе башланғыс мәктәп 1924 йылда, 1941 йылда ете йыллыҡ мәктәп, 1952 йылда урта мәктәп асыла, ул әле лә эшләп килә. 2020 йылда урта мәктәптең яңы бинаһы сафҡа индерелә.
Ауыл «Итәүеш» тип тә йөрөтөлгән. 1865 йылғы документта русса «Итабаш» тип күрһәтелгән. Халыҡ араһында «это ваш» (йәки землемер «был ер һеҙҙеке тип әйткән») тигән һүҙҙәрҙән сыҡҡан тигән фараз йәшәй. Һүҙлектәрҙә «етәү+ баш» һүҙҙәренән алыныуы күҙ уңында тотола[4]. «Әт, ит,ид»- боронғо һинд-европа телдәрендә «һыу» (мәҫәлән,Әтил, Итил), борон башҡорт телендә «иҙ» (мәҫәлән,иҙмә- һыуға буталған) формаһын ала, «үеш» ялғауы һыу буйындағы объекттарға ҡушыла.[5]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 568 | 272 | 296 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 83 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һигеҙенсе март - улица 8 Марта
- Гагарин - улица Гагарина
- Киров- улица Кирова
- Куйбышев- улица Куйбышева
- Ленин- улица Ленина
- Тыныслыҡ- улица Мира
- Мичурин- улица Мичурина
- Йәштәр- улица Молодежная
- Совет-улица Советская
- Үҙәк-улица Центральная
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмитов Зәки Сәлим улы (1930—1993), ғалим-педагог. Техник фәндәр докторы. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһының элекке башлығы Р. З. Хәмитовтың атаһы.
- Ғабдулхаҡов Рәдиф Әхүәс улы (1953), философия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Фәссәхов Өлфәт Тәүәфетдин улы (1934), балыҡ тотоу карабы капитаны, Камчатканың атҡаҙанған балыҡсыһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 А. З. Асфандияров. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 24 май 2019. Архивировано 24 май 2019 года. 2019 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Словарь водных объектов Башкортостана 2022 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Г.Бухарова. О некоторых венгерских топонимах в башкирских землях
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |