Маты (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Маты
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°04′10″ с. ш. 56°12′55″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 843 003

ОКТМО коды

80 608 443 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Маты (Рәсәй)
Маты
Маты
Маты (Балтас районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Маты

Маты (рус. Мата) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 452989, ОКАТО коды — 80208843003.

Ауылға нигеҙҙе Танып ырыуы башҡорттары һалған[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға нигеҙҙе Маты һәм Тушҡыр йылғалары буйында йәшәгән Танып ырыуы башҡорттары һалған. 1745 йылда бында 4 ихатала 66 кеше йәшәгән (йола буйынса, ихатала бер нисә йорт була). 1816 йылда 8 йортта 66 кеше теркәлгән. 1834 йылда (VIII ревизия буйынса) ауылда 16 йортта 137 кеше йәшәй. 1906 йылда 50 йорт хужалығында 887 кеше йәшәгән[3].

1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылыу һөҙөмтәһендә күп хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр балаларын башҡа кешеләргә мәңгелеккә ялсылыҡҡа бирергә мәжбүр булған. 1718 йылдың 10 мартындағы документ (бессрочная житейская запись) һаҡланған: Маты ауылы яһаҡ түләүсе башҡорто Бурансы Ялашлы ауылы башҡорто Ырыҫ Илсекәйевкә (рус."Урус Ильчикеев") үҙ хужалығынан айырырып сығарылмаған улы Абрашты ялсылыҡҡа биргән. Бындай хәлдәр аҫаба башҡорттар араһында бик ныҡ бөлгән саҡта ғына булған.

Урман араһындағы Маты ауылы кешеләре башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, игенде бик әҙ сәскән. 1843 йылда ауылдың һәр кешеһенә ни бары 2,8 бот ашлыҡ сәселгән. Ауылда тирмән, XIX быуат аҙағында — тире эшкәртеү, аяҡ кейеме тегеү оҫтаханалары, ике тимерлек, ике бакалея кибете һәм мәсет булған[3].

2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Хәҙерге ваҡытта балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 407 217 190 53,3 46,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 23 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Штәнде): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 86 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица))
  • Тирмән урамы (рус.  Мельничная (улица))
  • Тау урамы (рус. Нагорная (улица))
  • Балыҡлы (рус. Рыбная (улица))
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]