Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы
Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Балтас районы Маты ауылы |
Һөнәре: |
йырсы |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы (8 апрель 1943) — йырсы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова (ҡыҙ фамилияһы Бәкерова) 1943 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Маты ауылында тыуған.
Өфө музыкаль педагогия училищеһының 1 курсын тамамлағас, Мәскәүгә уҡырға бара[1].
1969 йылда А. Т. Москаленко класы буйынса Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыкаль‑педагогия институтын тамамлай һәм 2001 йылдға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.
Бер үк ваҡытта 1999 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Музыкаль педагогия буйынса 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу‑методик әсбаптар авторы[2].
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы — лирик‑колоратуралы сопрано. Башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары операларында 3 тиҫтәнән ашыу партия башҡара. Хөсәйен Әхмәтов, Айрат Ҡобағошов, Р. Ф. Кәлимуллин һәм башҡа ҡайһы бер композиторҙарҙың әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусыһы булып тора. Зөлфирә Фәрхетдинованың концерт репертуарында Халиҡ Заимов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов һәм башҡа композиторҙарҙың вокаль әҫәрҙәре; рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар һәм романстар, башҡорт халыҡ йырҙары («Зөлхизә», «Таштуғай», «Һыр», «Шәл бәйләнем») һәм башҡалар бар[2].
1961 йылда Мәскәүҙә, 1973 йылда Яҡут АССР-ында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналарында ҡатнаша. СССР-ҙан тыш ҡайһы бер сит илдәрҙә, шул иҫәптән Германия, Финляндия һәм Швецияла гастролдәрҙә була[2].
- Операла төп партиялары
- Прилепа («Пиковая дама» П. И. Чайковский; 1969 йылда дебют партияһы)
- Джильда («Риголетто» Дж. Верди)
- Виолетта («Травиата» Дж. Верди)
- Ләйлә («Искатели жемчуга» Ж. Бизе)
- Әминә һәм Аннушка («Салауат Юлаев» З. Ғ. Исмәғилев)
- Наза («Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы)
- Бибинур («Замандаштар» Х. Ф. Әхмәтов)
- Нәркәс («Нәркәс» Х. Ф. Әхмәтов, 1994)
- Банат («Кейәүҙәр» С. Ғ. Садиҡова һәм Р. Ғ. Ғөбәйҙуллин, 1973)
- Яҙгөл («Мөхәббәт ялҡындары», Т. М. Шәрипов, 1983)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1991).
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Активизация познавательной деятельности будущего учителя музыки. — Уфа, 2006.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ире — Фидаи Ғәйфулла улы Бәкеров, Өфө дәүләт авиация техник университетында кафедра мөдире, техник фәндәр докторы. Ҡыҙы — Дәлиҙә, сит телдәр буйынса белгес, Берлинда йәшәй[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Гөлдәр Сәлихова. Көмөш шишмәләрҙән күскән моң. Башҡортостан ҡыҙы. 9 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Латипова Р. Ғ. Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипова Р. Ғ. Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 8 апрелдә тыуғандар
- 1943 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Балтас районында тыуғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- XX быуат йырсылары
- Башҡорт опера йырсылары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Педагогия фәндәре кандидаттары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары