Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡортостандың халыҡ артисы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 18 апрель 1996
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Лауреаттар категорияһы Категория:Башҡортостандың халыҡ артистары

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы — Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме, дәүләт наградаһы. 1939 йылдың 22 октябрендә рәсми рәүештә «Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы» исеме индерелгән. 1990 йылдың 13 октябренән «Башҡорт ССР-ның халыҡ рәссамы» исеме тип үҙгәртелгән. Хәҙерге исеме 1992 йылдың 9 сентябрендә бирелгән, 1996 йылдың 18 апрелендәге «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тураһында»ғы УП-228-се һанлы указ нигеҙендә ҡабаттан рәсми рәүештә раҫланған.

Ни өсөн бирелә?[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был исем Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан республиканың художестволы мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән һәм киң билдәлелек яулаған спектаклдәр, кинофильмдар, телеспектаклдәр, телефильмдар, эстрада, концерт, цирк программалары, телевизион һәм радиоәҫәрҙәр ижад итеп, сағыу образдар тыуҙырған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған артистарға, режиссерҙарға, балетмейстерҙарға, дирижерҙарға, хормейстерҙарға, музыкаль башҡарыусыларға һәм башҡа сәнғәт әһелдәренә бирелә.

Ҡағиҙә булараҡ, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» йәки «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандан һуң биш йыл үткәс кенә бирелә.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусыға был маҡтаулы исемдең бирелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменең күкрәк билдәһе күкрәктең уң яғына тағыла.

Күкрәк билдәһенең һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһе түңәрәк формалы, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән алтын менән ялатылған яҙыулы. Билдәнең кире яғы шыма. Аҫҡы өлөшөндә башаҡтар көлтәһе, уртала — ҡурай сәскәһе. Ҡурай сатыры Республика халыҡтарының берҙәмлеген символлаштыра, ә сәскә таждары Башҡортостан территорияһында йәшәгән тарихи ырыуҙар һанына тап килә. Башаҡтар бәйләме байлыҡты, башҡорт еренең уңдырышлылығын символлаштыра. Билдә элмәк һәм балдаҡ ярҙамында Башҡортостан республикаһы флагының дуртмөйөшлө төҫлө ҡалыбына беркетелгән. Һәр төҫ билдәле бер мәғәнәгә эйә; күк — асыҡлыҡты, тоғролоҡто, аҡ — тыныслыҡты, сафлыҡты һәм дуҫлыҡты, йәшел — тормоштоң сәскә атыуын һәм яңырыуын белдерә.

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]