Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы
Ҡорбанғәлиева (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы | |
Тыуғас бирелгән исеме: |
Сафиуллина Суфия Шәрәфулла ҡыҙы |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө: |
актёр, музыка педагогы
|
Тыуған көнө: |
13 февраль 1949 (71 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Награда һәм премиялары: | |
Сайт: |
Ҡорбанғәлиева (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы (13 февраль 1949 йыл) — башҡорт артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1949 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районы) Байғужа ауылында тыуған.
Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты[2]. Актёр оҫталығы һәм режиссура кафедраһында 1989 йылдан алып эшләй.
Күп кенә фәнни хеҙмәттәрҙең, методик ҡулланмаларҙың авторы. «Уның тарафынан Чехов хикәйәләре башҡорт теленә иҫ киткес тәржемә ителгән»[3].
Белем алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1967 йылда — 2-се БРГИ (Ишембай) (10 «Б» класы)[4]
- 1973 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) театр факультетын (профессор Ғ. Ғ. Ғиләжев класы)[5] (күренекле театр әһелдәре — профессорҙар Ғабдулла Ғиләжев һәм Фәрдүнә Ҡасимовалар класы) тамамлай.
Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй (1973 йылдан). Салли («Ят йондоҙ», Х. Вуолийокиҙың «Нисковуори ҡатындары» пьесаһы буйынса, дебют, 1973), Гөлнур («Гармунсы дуҫ», Н. Нәжми), Мәрзиә («Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев), Хәҙисә («Рәйсә+Фәйзи», Н. Асанбаев), Әҡлимә («Әбейҙәргә ни етмәй», Ф. Бүләков), Харисова («Ун өсөнсө председатель», А. Абдуллин), Ирида («Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим), Зөлфиә («Бажалар», И. Абдуллин), Асия («Дүрт кешелек табын», Н. Ғәйетбаев), Наташа («Апалы-һеңлеле өс туған», А. Чехов), Домна Пантелеевна («Таланттар һәм баш эйеүселәр», А. Островский), Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә», М. Кәрим), Астра («Юғалтыу», Д. Нормет) һ.б. Актрисаның үткер характерлы, ҡайһы саҡта гротесклы уйнау алымы образдарҙың асылына үтеп инә алыуы менән берләшә: Наҙлыбикә («Тиҫкәре ир, насар ҡатындар», М. Мөсифуллин), Бикә («Әстәғәфирулла!», Н. Ғәйетбай), Мәҙинә («Һөйгәнемдең тыуған көнө», И. Юзиев).
Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары — Әмиров А., Йыһаншин А., Комкова Р., Хәлилов А. Дипломанттар: төбәк конкурстарында — Бәхтиева А., Камалов В., Мөхәмәтдинов Г., Мәһәҙиев Р., Әхмәтшина А.; республика конкурстарында — Ғәлина А., Ғафаров А., Сәйетова М.[6]
Тормошонан факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙенең театр труппаһы менән тыуған Ишембайына килгән ваҡытта, уның спектакленә, махсус рәүештә, синыфташтары килә[7][8].
«Сая ҡыҙҙар» конкурсының жюри составына инә.
Уның ролдәрен баһалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уның һис шикһеҙ юғары сифаттарына тәбиғи матурлыҡ һәм мөләйемлек, һутлы тел, сәхнәлә үҙен тота белеүе, һирәк осрай торған ролдәргә инә белеү һәләте инә. Ул баҙыҡ характерлы артист, юғары импровизаторлыҡ һәләтенә эйә. Суфия Шәрифулла ҡыҙы сәхнәлә һынландырған образдар социаль ҡылыҡһырламаларының дөрөҫлөгө, сатира һәм юморға бай булыуҙары менән айырылып торалар. Үткер характерлы, ҡайһы саҡта гротесклы уйнау алымы образдарҙың асылына тәрән үтеп инә алыу һәләте менән гармоник берләшә.— bashinform.ru/news/607451/?utm_source=twitterfeed&utm_medium=twitter
Тривия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр труппаһы менән тыуған яғына, Ишембайға килгәнендә, спектаклгә махсус рәүештә уның класташтары килә[8][9]
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының 2010 йылдың 9 июнендәге 147-се һанлы «Салауат Юлаев Көндәре сиктәрендә „Салауат йыйыны“ фольклор байрамы Республика конкурсын, Ишембай районында башҡорттарҙың Өсөнсө Бөтә Донъя ҡоролтайын үткәреү тураһында» Ҡарары менән «Сая ҡыҙҙар» конкурсының жюри составына инә[10]..
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
- Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн - «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме (2000) —[11]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мы столичные артисты, но понятны и просты!
- ↑ Мастерства актёра
- ↑ bashinform.ru/news/607451/?utm_source=twitterfeed&utm_medium=twitter
- ↑ brgi.narod.ru/vyp.html
- ↑ KURBANGALIEVA SUFIYA (Суфия Курбангалеева)
- ↑ ufaart.ru/ob-akademii/struktura/fakultety-i-kafedry/kafedra-masterstva-aktera/
- ↑ MySQL Fatal Error
- ↑ 8,0 8,1 ishimbay.ru/engine/print.php?newsid=445&news_page=1
- ↑ MySQL Fatal Error
- ↑ Мы столичные артисты, но понятны и просты!
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26 июля 2000 года № 1380 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». // Официальный сайт Президента России. 26 июль 2016 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абросимова Т. Обыкновенная королева // Рампа. — 1999. — № 3. — с. 4—5. — (Суфия Курбангалеева).
- КУРБАНГАЛЕЕВА (Сафиуллина) Суфия Шарафулловна// Ишимбайская энциклопедия — Өфө. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйфуллина З. В. Ҡорбанғәлиева (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Владимир Романов. Для неё театр — это место, где совершается волшебство (К юбилею актрисы и педагога Суфии Курбангалеевой). // bashinform.ru/news/607451/?utm_source=twitterfeed&utm_medium=twitter
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- СССР музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- XX быуат музыка педагогтары
- 13 февралдә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Ишембай районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Башҡортостан тәржемәселәре
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты