Байғужа (Ишембай районы)
Ауыл | |
Байгузино башҡ. Байғужа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципальный район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Этнохороним |
байғужалар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34794 |
Почта индексы |
453223 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Байғужа (рус. Байгузино) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 504 кеше[2]. Байғужа ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815008.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға XVIII быуат урталарында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байғужа Мәрҙәнов исеме менән аталған. Беренсе күскенсе 1790 йылдағы бер документта телгә алына, ул саҡта Воскресенск заводы өсөн завод хужаһы Дарья Пашковаға Юрматы ерҙәрен һатҡан. Был Байғужа Маразанов, старшина Көҫәпҡол Азатов1 командаһының абруйлы аҫабаһы. Ошо уҡ ауылда уның улдары Аҡкөсөк (1753—1820) һәм Муллағол (1783—1853) йәшәй. 1795 йылда 22 ихатала 176 кеше йәшәгән. X ревизия 504 кеше һәм 72 йорт күрһәткән. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 35 йәшлек Иҫәнбәт Ураҙғолов поход старшинаһы тип күрһәтелгән. Уның атаһы Ураҙғол Апасев, ағаһы Сыртлан Ураҙғолов (35 й.). 1834 йылғы ревизия ваҡытында Сыртландың игеҙ улдары Ҡотломөхәмәт менән Ҡолмөхәмәт (14 йәштә, уларҙың нәҫелендә Сыртланов фамилияһы һаҡлана), ҡыҙҙары Хәбибә, Сәғиҙә, Сәбилә (Һәбилә) (3 йәштә, Смаҡай ауылында Ғүмәр Абдрахмановҡа кейәүгә сыға, билдәле нефтсе Ғүмәровтар нәҫелен дауам иттерә), Мәликә күрһәтелгән. 1865 йылда 93 йортта — 484 кеше. Малсылыҡ, игенселек, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Ул Аҙнай земство училищеһы тип йөрөтөлгән, 1876—1882 йылдарҙа унда уҡытыусы булып хәҙерге Мәләүез районы Ҡамбулат ауылынан Арҫланғәли Әлимғолов эшләй. 1920 йылда ауылда 139 йорт хужалығында 601 кеше йәшәгән.
Байғужалар — малсылар, умартасылар, ҡайһы берҙәре игенселек менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 320 кеше йәшәгән 57 йорт хужалығында 760 ат, 695 һыйыр, 160 һарыҡ, 280 кәзә була; 236 умарта булған. Уларҙың барыһына 408 бот көҙгө һәм 1888 бот яҙғы иген сәселгән[3]. 1906 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғужа ауыл Советының үҙәге. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп — Кинйәбулат урта мәктәбенең филиалы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[5]. Урындағы мосолман дини ойошмаһы Лагерь урамы, 1 а йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 601 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 860 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 722 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 448 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 447 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 504 | 240 | 264 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 11 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Кинйәбулат): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 27 км
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғужа янында 1944 йылдан алып Кинйәбулат нефть ятҡылығы эшкәртелә. Эргәлә генә ҡом ятҡылығы[6], Тупаҡбаш йылғаһы буйлап карьерҙар бар[7].
Ҡала подстанцияһынан Байгужа подстанцияһына 35/10 кВ[8], ауылға тиклем һәм артабан районға тиклем Ишембай ТЭЦ-ы — Байғужа ВЛ-35 кВ линияһы бара[6]
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Традицияға әйләнгән, Советтар Союзы Геройҙары Халиҡов Т. Ғ. һәм Бирҙин Ғ. И. иҫтәлегенә арналған «Кинйәбулат — Байғужа» еңел атлетика уҙышы үтеп тора[9][10].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[11]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Арал урамы (рус. улица Арал)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Бердин урамы (рус. улица Бердина)
- Малсылар урамы (рус. улица Животноводов)
- Пионер лагеры урамы (рус. улица Пионерских лагерей)
- Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
- Күл урамы (рус. улица Озеерная)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Клуб тыҡрығы (рус. переулок Клубный)
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (5.03.1907—25.10.1973), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Гвардия капитаны Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы (4.11.1976), физика-математика фәндәре докторы, 2017 йылдың 22 февраленән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры.
- Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (24.01.1948), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостандың атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991).
- Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы(Сафиуллина)(13.02.1949), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2000), Башҡортостандың халыҡ артисы (1990) һәм атҡанған артисы (1984)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Байғужа (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Байғужа (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 6,0 6,1 Инвестиционная привлекательность муниципального района Ишимбайский район . Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 10 март 2016 года. 2016 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Карта бите Д-Ошибка.
- ↑ Идет масштабная реконструкция подстанций Ишимбайских РЭС . Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано 11 май 2014 года.
- ↑ Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан . Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. 2016 йыл 12 март архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Байғужа ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байғужа (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Деревни Уфаген Байгузино
- [«Налог Белешмәһе» системаһында Байғужа ауылы]
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.