Эстәлеккә күсергә

Ибрай (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ибрай
Ибрай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Маҡар ауыл советы
Халыҡ һаны 134 кеше (2010),
134 кеше (2002)[1],
87 кеше (2009)[1]
Почта индексы 453232
Карта

Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 134 кеше булған[2]. Маҡар ауыл Советы составына инә. ОКАТО коды — 80231850003.

Ауылға нигеҙ һалыусы Ибрай Бикбулатов исеме менән аталған.

XVIII быуаттың беренсе яртыһында Нуғай юлының Юрматы улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Беренсе күскенсе Ибрай Бикбулатов 1731—1814 йылдарҙа йәшәгән. Бикбулат, Ҡармаш түбәһенең ырыу башы Ҡармыш улы. Уның улдары билдәле: Сирбай (1754—1831), Исламғол (1757—1832), Арыҫланбай (1761—1821), Кинйәбулат (1772 йылдан) Ибраевтар. Кинйәбулат Ибраев 12-се Башҡорт атлы полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.

1795 йылда 27 ихатала 91 кеше йәшәгән, 1865 йылда — 110 ихатала 397 кеше йәшәгән. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу 463 кеше һәм 102 ихата теркәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 216 кеше йәшәгән 35 ихатаға 280 ат, 285 һыйыр, 168 һарыҡ, 91 кәзә тура килә. 67 умарта һәм 3 солоҡ булған[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 134 71 63 53,0 47,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[4]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)

«Әрмет» ауыл хужалығы кооперативы эшләй. Клуб бар.

Балалар Маҡар урта мәктәбендә интернатта ятып уҡыйҙар.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2021)