Эстәлеккә күсергә

Кәбәс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кәбәс
Кәбәс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°27′50″ с. ш. 56°53′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 845 003

ОКТМО коды

80 631 445 111

ГКГН номеры

0524060

Кәбәс (Рәсәй)
Кәбәс
Кәбәс
Кәбәс (Башҡортостан Республикаһы)
Кәбәс
Кәбәс (Ишембай районы)
Кәбәс


Кәбәс (рус. Кабясово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 38 кеше[1]. Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845003.

Кәбәс ауылы Олотау һырты эргәһендә, Нөгөш йылғаһына ҡойоусы Үрек йылғаһы буйында, Ҡалыу һырты башланған ерҙә урынлашҡан. Кәбәстән 2 км алыҫлыҡта Ташморон тауы ята.

Алыҫлығы:[2]


Яңы Кәбәс (Яңы Ғәбәс) исеме аҫтында яңы ауылға 1847 йылда, Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Бөрйән улусы башҡорттары тарафынан, Талтым-Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә крҙәшлек килешеүе буйынса, Иҫке-Кәбәс ауылынан айырылып күсеп ултырған тораҡ пункт булараҡ нигеҙ һалынған. 11 йорт, 80 кешеһе бүленеп күсеп ултырған[3]. 1850 йылда 23 йортта 160 кеше иҫәпләнһә, унан Совет осоронда 70-кә яҡын өй, хужалыҡ булып китә.

1860 йылда Иҫке Кәбәстә ике манаралы собор мәсете файҙаланыуға тапшырылып, 12 саҡрым алыҫлыҡтан Яңы Кәбәс халҡы ла мәсеткә йөрөй.

1906 йылда ике ауыл да Орск өйәҙенең 3-сө Бөрйән улусы составында була.

1920 йыджа — Маҡар улусы составында.

1932 йылдан һуң Иҫке — Кәбәс ауылы иҫәп мәғлүмәттәрендә теркәлмәй, Яңы-Кәбәс хәҙергә Кәбәс исемен ала[3].

1984 йылдың 29 апреленә тиклем Көҙән ауыл Советына инә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 29 апрелендәге № 6-2/95 номерлы «Кәбәс ауылын һәм Ялтыран ҡасабаһын Ишембай районының Көҙән ауыл Советынан Ҡолғона ауыл Советына күсереү тураһында» Ҡарарында ошолай тип әйтелә:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә: Кәбәс ауылын һәм Ялтыран ҡасабаһын Ишембай районының Көҙән ауыл Советынан Ҡолғона ауыл Советына күсерергә.

http://www.ufa.regionz.ru/index.php?ds=39920

1847 йылда 11 ихатала 80 кеше, 1865 йылда 10 ихатала — 77 кеше йәшәгән. 1906 йылда — 96 кеше, 1920 йылда — 112 кеше, 1939 йылда — 99, 1959—105, 1989 йылда — 35, 2002 йылда — 47, 2010 йылда — 38 кеше.[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 112
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 99
1959 йыл 15 ғинуар 105
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 35
2002 йыл 9 октябрь 47
2010 йыл 14 октябрь 38 21 17 55,3 44,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда тик башҡорттар йәшәй — башҡорттар (100 %).

Хужалыҡ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылға тиклем мал аҫырау, умартасылыҡ, сана һәм арба эшләү, һунарсылыҡ менән бергә игенселек менән дә шөгөлләнгәндәр, халыҡтың бер өлөшө сауҙа итеүгә ылыға. Баҙарҙарға ат, тире, йөн, йәнлек тиреһе, бал, балауыҙ, ағас һәм башҡа хужалыҡ кәрәк -яраҡтары сығарғандар. Әле унда 10-лап хужалыҡ донъя көтә. Хәҙерге көндә лә халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә[4].

Урам исеме[5]:

  • Сәскәле урамы рус. улица Цветочная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 3,0 3,1 3,2 КАБЯСОВО // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 279. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Оло Кәбәс тарихынан 2022 йыл 20 март архивланған.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Кәбәс ауылы