Ташморон (Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Ташморон | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 573,1 метр |
Ташморон— Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ишембай районы Кәбәс ауылынан көньяҡтараҡ 2 км алыҫлыҡта Үрек йылғаһының һул яҡ ярында ята. Ташморондан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ— Алатау (657 м), 6 км көньяҡ-көнбайыштараҡ Әпес тауы (661 м). Кәбәс ауылы Ишембайҙан 102 км алыҫлыҡта ята.
Иң бейек нөктәһе— 573,1 м. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора.
Тау өҫтөн ҡайын урманы ҡаплаған. Кәбәс янындағы урмандарға ауыл халҡы йыл да 500 баш умарта сығара.
«Ташморон» атамаһы «таш» (камень) һәм «морон» (мыс, выступ; нос) һүҙҙәренән алынған.[1]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 540. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР ]