Иҫке Сәйет (Башҡортостан)
Ауыл | |
Старосаитово башҡ. Иҫке Сәйет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
[[Ишембай районы|Ишембай районы]] |
Ауыл Советы |
[[Ҡолғона ауыл Советы (Ишембай районы)|Ҡолғона]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Почта индексы |
453233 |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Сәйет[2], Иҫке Һәйет[3]; (рус. Старосаитово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 177 кеше[4]. Ҡолғона ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845005.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың 1-се яртыһында Нуғай юлының Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары тарафынан Сәйет исеме аҫтында үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған (тәүге күскенсе исеме менән аталған). XVIII быуат аҙағында унда 80 кеше йәшәгән 24 ихата була. XIX быуат уртаһында ихаталар һаны һаҡланып ҡалған, халыҡ һаны 173 кешегә артҡан. Ырымбур хәрби губернаһының 1847 йылдың 3 ноябрендәге бойороғона ярашлы Сәйет ауылының 132 кешенән торған 12 ғаиләһе Яңы Сәйет ауылын барлыҡҡа килтерә. 1859 йылда уларҙың беренсеһендә (Иҫке Сәйет) 46 йортта 280 кеше, икенсеһеһендә — 24 ихатала 136 кеше иҫәпләнә. Бөтәһе лә — аҫаба башҡорттар. 1920 йылда Иҫке Сәйет ауылында 92 йортта 435 кеше йәшәгән. 1925 йылда Яңы Сәйеттә 16 хужалыҡ була. Ревизия материалдары буйынса Сәйеттең улдары билдәле: Ильяс (1743-1825), Әлебай (1747—1827), йорт сотнигы Юләмбәт (1769 йылғы), Исмәғил (1776 йылда тыуған).
Ауыл кешеләренең береһе, 23 йәшлек Дәүләтсура Килдибеков, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була. Сәйет ауылы халҡының төп шөғөлө малсылыҡ. 260 кеше йәшәгән 50 ихатаға 210 ат, 350 һыйыр, 50 һарыҡ, 18 кәзә тура килә. Умартасылыҡ бөлгөнлөккә төшә. Ауылда 4 умарта һәм 6 солоҡ була. Бөтә халыҡҡа 32 бот көҙгө иген сәселгән[5].
1906 йылда ауылда бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл халҡы Ишембай урман хужалығы участкаһында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 438 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 303 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 297 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 189 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 179 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 177 | 90 | 87 | 50,8 | 49,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Һул яр урамы (рус. улица Левый берег)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Уң яр урамы (рус. улица Правый берег)
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Шешәнәк ((Еҙем ҡушылдығы)) йылғаһы буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[8]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 100 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолғона): 13 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 96 км
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Словар топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 год.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 124. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Иҫке Сәйет (Башҡортостан) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Сәйет ауылы<
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡорт телендә рәсми теркәлгән исеме. Рәсми белешмә китабының 200-се битендә. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ «Словар топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 год.» белешмә китабына ингән, ерле һөйләштә, баҫмаларҙа ҡулланылған, әммә рәсми теркәлмәгән исеме
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 124. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Сәйет ауылы
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.