Эстәлеккә күсергә

Биксән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Биксән
Биксян
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°27′58″ с. ш. 56°19′27″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 860 003

ОКТМО коды

80 631 460 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Биксән (Рәсәй)
Биксән
Биксән
Биксән (Башҡортостан Республикаһы)
Биксән
Биксән (Ишембай районы)
Биксән


Биксән (рус. Биксяново) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 513 кеше булған[1]. Һайран ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453225, ОКАТО коды — 80231860003.

Ауылдың тәүге күскенсеһе — Биксән Яҡупов. Ул 1790 йылда Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен завод хужаһы Дарья Пашковаға һатыуҙа ҡатнаша.

XIX быуат башында 14 йорт була, унда 75 кеше йәшәй. 50 йылдан һуң 31 йортта 235 кеше йәшәй. 1920 йылда ауылда 286 кеше йәшәй һәм 55 ихата була. Халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, тәгәрмәс, туғын яһау менән шөғөлләнгәндәр.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Законға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2].

Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 286
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 266
1959 йыл 15 ғинуар 398
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 428
2002 йыл 9 октябрь 464
2010 йыл 14 октябрь 513 250 263 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Милли составы: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].

Биксән Бишағас йылғаһы Һәләүек йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

Урам исеме[6]:

  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Һәләүек урамы (рус. улица Селеукская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Игенселек;
  • Малсылыҡ.
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
  3. Биксән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡолғона ауылы
  7. Салават. Энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2018. — 536 с.: илл. ISBN 978-5-88185-397-6.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)