Сәлих (Ишембай районы)
Ауыл | |
Сәлих | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Сәлих (рус. Салихово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 584 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231865000.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1786 йылдан алып билдәле. 1795 йылда Аҙнай түбәһе составына инә. Юрматы улусының Аҙнай түбәһендәге дүрт ауыл: Һайран, Әптек, Бәләкәй Мәҡсүт, Арлар, шулай уҡ Тәлтем-Юрматы улусының Илсектимер түбәһенә ҡараған 3 ауылы (Ғүмәр, Юлдаш, Иҫкесәк) 7-се кантондың 13-сө тирмәһенә инә. Оҙаҡ ваҡыт мәшғүллектең төп йүнәлеше булып йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ тора. Игенселек үҫешкән, хәҙер ул төп мәшғүллек йүнәлеше булып киткән. 489 кеше йәшәгән 78 ихатаға 1158 ат, 854 һыйыр, 278 һарыҡ, 87 кәзә тура килгән. 1839 йылда ауылда 359 умарта була. Өс йылдан һуң бында 328 бот көҙгө һәм 1330 бот яҙғы иген сәселә[2]. 1795 йылда 43 ихатала 444 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 43 йортта 690 кеше булған.
Элегерәк бөтөрөлгән Сәлих ауыл Советының административ үҙәге булған.
Ауыл бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1041 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1061 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1057 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 596 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 650 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 584 | 289 | 295 | 49,5 | 50,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар йәшәй (100 %)[4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәләүек йылғаһының ике яҡ яры буйлап урынлашҡан. Ауылдың эргә-тирәһендә Һәләүеккә Тоҙло һәм Соңғорйылға йылғалары ҡоя, көнсығышында Ҡыҙлар Ҡарауылы тауы урынлашҡан. Ауылдан төньяҡтараҡ, Әптеккә юлда Саңғы-тау урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 25 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
- Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
- Октябрь урамы (рус. улица Октября)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
- Яҡуп Ҡолмой урамы (рус. улица Якупа Кулмыя)
- Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
- Муса Гәрәев урам (рус. улица Мусы Гареева)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Яр урамы (рус. улица Береговая)
Арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡуп Ҡолмой, Ҡолмөхәмәтов Яҡуп Хәйрулла улы (7 сентябрь 1918 йыл — 11 октябрь 1994 йыл) — башҡорт совет шағиры, журналист. 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
- Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы (20 ноябрь 1939 йыл — 23 октябрь 2007 йыл) — ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1986—2004 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми эштәр буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1980), профессор (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Сәлих ауылында тыуған.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» фильмы төшөрөлгән урын[7].
- Сәлих нефть ятҡылығы — Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Сәлих ауылынан алыҫ булмаған нефть ятҡылығы.
- Әхмәр ҡәберлеге— Башҡортостандың Ишембай районындағы археология ҡомартҡыһы (III—IV быуаттар). Ишембай районы Әхмәр ауылынан көньяҡтараҡ 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1972 йылда асылған.[8]
- Ауыл эргәһендә Сәлих ҡурғандары табылған[9]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Начальная страница Ишимбайского района портала «Генеалогия и Архивы»
- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- «Налог Белешмәһе» системаһында Сәлих (Ишембай районы) ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Сәлих (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Сәлих (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Сәлих (Ишембай районы) ауылы
- ↑ slvnews.ru/culture/2537
- ↑ [Сәлих (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. БЭ Әхмәр ҡәберлеге]
- ↑ Сәлих (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.