Эстәлеккә күсергә

Оло Байыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Оло Байыҡ
Оло Байыҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 815 003

ОКТМО коды

80 631 415 111

Оло Байыҡ (Рәсәй)
Оло Байыҡ
Оло Байыҡ
Оло Байыҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Оло Байыҡ
Оло Байыҡ (Ишембай районы)
Оло Байыҡ


Оло Байыҡ (рус. Большебаиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 52 кеше[1]. Байғужа ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815002.

Исеменең килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға нигеҙ һалыусы Сәйтәк, шунан Сейтяково тигән урыҫса исем ала. Сәйтәктең улдары билдәле: өлкәне Сәйфулла (1757—?), уның балалары: Фәтҡулла (уның Ғәйнулла исемле улы тыуған) һәм Рәхмәтулла һәм кесеһе Сәйетҡол (1767—1813), уның балалары: Әбүбәкер, Фәтҡулла, Зәйнулла.

Ауыл Байыҡ булараҡ 1816 йылдан билдәле. 1850 һәм 1858 йылдар араһында бүлендек ауыл — Кесе Байыҡ тораҡ пункты барлыҡҡа килә, шуға күрә иҫке тораҡ пункты Оло Байыҡ тип атала башлай.

XVIII быуат аҙағында ауылда 18 ихата һәм 111 кеше иҫәпләнгән.

1816 йылда 105 аҫаба башҡорт йәшәгән 18 йорт хужалығы була. Ауыл йөҙ башы Байыҡ Сарбаев милкендә була. Ул 1755, 1761 йылдарҙа аҫаба ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнаша, ә ул ваҡытта ул Әлимғол Сапарғолов нигеҙ һалған Әлимғол ауылында йәшәгән була. Байыҡтың ағаһы — Байморат. Байыҡтың балалары: Ҡайыҡбирҙе, Тимербай (1772—1817). Муҡас ауылы шәжәрәһендә Сарбай, Байыҡ һәм башҡалар күрһәтелгән. Аҙаҡ килеп Байыҡ үҙенең исеме менән аталған ауылда урынлаша.

Байыҡтар — шулай уҡ малсылар. 1839 йылда 142 кеше йәшәгән 25 йортта 162 ат, 90 һыйыр, 31 һарыҡ, 4 кәзә, 53 умарта, 3 солоҡ була. Бөтәһенә 192 бот көҙгө һәм 704 бот яҙғы иген сәселгән[2].

XX быуат уртаһында ауылда 175 кеше һәм 22 ихата була.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 52 23 29 44,2 55,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Байыҡ йылғаһы ағып үтә. Ауылдан көнбайыштараҡ Ташлығыртау тауы урынлашҡан.

Алыҫлығы:[3]

Урам исеме[4]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Татар урамы (рус. улица Татарская)

1836—1839 йылдарҙа теркәлгән 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары, улар «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалдары алғандар:

  • Мөхәмәтғәле Ҡәйепбирҙин;
  • Ғәле Йүнлебаев.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ташлығыртау тауы («Ташлы» — каменная, "ҡыр "— поле, «тау» — гора). Бейеклеге — 380,6 м. Тау район әһәмиәтендәге Ишембай — Воскресенское юлында һәм Оло Байыҡ ауылы яғынан асыҡ күренә.
  • Байыҡ йылғаһы
Ташлығыртау тауының көнсығыш битләүендә, урманлы урында башлана. Башта төньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Оло Байыҡ ауылы янында көнсығыш — көньяҡ-көнсығышҡа борола. Тамағы алдынан ике тармаҡҡа бүленә. Тәйрүк йылғаһына һул яҡтан, Ҡыҙыл Йондоҙ ауылы янында ҡоя.

Ҡалып:Ишимбайский район Башкортостана