Эстәлеккә күсергә

Әхмәр (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ахмерово
башҡ. Әхмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл биләмәһе

Ишәй ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°35′26″ с. ш. 56°12′52″ в. д.HGЯO

Халҡы

984[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34794

Почта индексы

453235

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 835 007

ОКТМО коды

80 631 435 106

ГКГН номеры

0667533

Ахмерово (Рәсәй)
Ахмерово
Ахмерово
Әхмәр (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ахмерово
Әхмәр (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Ахмерово

Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 984 кеше[2]. Төп халыҡ — башҡорттар. Ишәй ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453235, ОКАТО коды — 80231835007.

Әхмәр (рус. Ахмерово) — Илсектимер түбәһенең Һәләүек йылғаһы эргәһендәге тораҡ пункты. Беренсе күскенсенең улы Аҡҡусҡар Әхмәров 1754-1818 йылдарҙа йәшәгән. 1795 йылда 45 ихатала 411 кеше йәшәгән. 1860 йылда унда 64 йорт булған, 710 кеше йәшәгән. 1920 йылда 1104 кеше һәм 246 йорт була.

XIX быуат уртаһында Әхмәр халҡы һаман да малсы булып ҡала. 1839 йылда 528 кеше йәшәгән 82 йорт хужалығында 912 ат, 752 һыйыр, 157 һарыҡ, 165 кәзә була. Бер ихатаға 3 умарта тура килгән. Башҡорттар тормошона игенселек әллә ни үтеп инмәгән. 1842 йылда уларҙың барыһына 304 бот ужым һәм 432 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәселә. 1906 йылда мәсет, земство мәктәбе, ике һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан була.

1839 йылда 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, көмөш миҙалдар кавалерҙары Байгилде Үзбәков, Ибраһим Аҡсурин, Мөхәмәтрәхим Юнысов иҫән булалар әле[3].

2008 йылға тиклем[4] ауыл Әхмәр ауыл Советының административ үҙәге була[5].

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1104
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1140
1959 йыл 15 ғинуар 1408
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 989
2002 йыл 9 октябрь 963
2010 йыл 14 октябрь 984 489 495 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[7].

Урам исеме[8]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Башҡорт урамы (рус. улица Башкирская)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Аграр урамы (рус. улица Аграрная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселов)
  • Парк урамы (рус. улица Парковая)
  • 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Хәйбуллин урамы (рус. улица Хайбуллина)
  • Цайгановка урамы (рус. улица Цайгановка)
  • Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)

2013 йылда Ф. Акназаров Әхмәр урта мәктәбе уҡыусыларынан «Сатҡылар» коллективын ойоштора, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: коллектив район һәм республика ярыштарында ҡатнаша, «Байыҡ-2014» балалар телевизион конкурсының беренсе туры финалистары.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  5. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  6. Әхмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Әхмәр (Ишембай районы) ауылы
  9. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йыл 14 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Мусина Римма Мөхтәр ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2018)