Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы
Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 июнь 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Әхмөр, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Уҡыу йорто | Башҡортостан ауыл хужалығы институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы (1 июнь 1956 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәт Миңлеғәлим улы Хәйбуллин 1956 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[2] Әхмәр ауылында тыуған.
1974—1979 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты]ның агрономия факультетында, 1981—1983 йылдарҙа ошо вуздың аспирантураһында уҡый, артабан Пензала докторантура тамамлай.
Юғары белем алғандан һуң 1979—1981 йылдарҙа БАССР-ҙың Ишембай районы «Искра» колхозында баш агроном булып эшләй.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: ҡый уләндәре биологияһы; ауыл хужалығы культуралары һәм дарыу үләндәре физиологияһы. Уның тарафынан Башҡортостан ауыл хужалығы зоналары шарттарында картуф үҫтереү ысулдары эшләнә.
Үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә автор яһаған төп фәнни һығымталар: Урал алды агроэкологик, абиотик, эдафитлы шарттар һәм адаптация принциптарына нигеҙләнеп картуф үҫтереү технологиялары; картуф агроценозы продукция биреү процесы менән, тупраҡты эшкәртеүҙең, ултыртыу һәм туҡландырыу режимының, миниареоланың оптималь ысулдары аша идара итеү, минераль туҡланыу шарттарына бәйле картуф япраҡтарындағы физиологик процестарға тәьҫир итеү механизмы.
Ғалим сорт, минераль ашламалар, туҡланыу майҙаны һәм үҫтереү шарттарының картуфтың продуктлылығына һәм уңыш сифатына йоғонтоһон өйрәнә, эшләнгән картуф эшкәртеү технологияһына иҡтисади һәм экологик-энергетик баһалау үткәрә.
Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй.[3].
1983—1989 йылдарҙа —үҫемлектәр ботаникаһы һәм физиологияһы кафедраһы ассистенты, 1989—1994 йылдарҙа өлкән уҡытыусы, шул уҡ кафедра доценты. 1994 йылда ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 1996 йылда ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм селекцияһы кафедраһы мөдире. 2010 йылдан алып агрономия факультеты деканы булып эшләй.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры вазифаһына кандидат була(2013)[4][5]
Профессор, агробизнес һәм агротехнология факультеты деканы (ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм селекцияһы кафедраһы).
4 фән кандидаты әҙерләнгән.
Ауыл хужалығы фәне өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм республиканың агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә (2013).
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамоталары менән бүләкләнгән.
Башҡортостанда әүҙем рәүештә агрономия буйынса белем тарата.
2012 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алыу, орлоҡ һалыу, ужым ашлыҡтары сәсеү буйынса семинарҙа, Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы төрлө маҡсаттарҙа файҙаланылған кукуруз сорттарының (15 гибрид) экологик тотороҡлоғон һынау һөҙөмтәләрен, биологик препараттарҙы һынау һәм яҙғы бойҙайҙа үҫеүен көйләгестәр ҡулланыу һөҙөмтәләрен иғлан итә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013)
- Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Почёт грамоталары
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Хәйбуллин Миңлеғәлим Хисам улы (12.02.1929), агроном, хужалыҡ эшмәкәре, 1976—1989 йылдарҙа Ишембай районының «Коммунизм» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1988). Ленин ордены|Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында: картуф үҫемлеген һәм тупраҡты тикшеренеүҙең физиологик һәм химик ысулдары (Өфө, 2005); Башҡортостан баҫыуҙарында мул уңыш бирә торған мал аҙығы культуралары (Өфө, 2008); Башҡортостандың дала һәм урман-дала агроландшафты сәсеү әйләнешендә тупраҡ эшкәртеү системалары. Тәжрибәләр һөҙөмтәһе һәм производствоға тәҡдимдәр (Өфө, 2009).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Российская Академия Естествознания
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ http://бгау.рф/%D1%84%D0%B0%D0%BA%D1%83%D0%BB%D1%8C%D1%82%D0%B5%D1%82/%D0%B0%D0%B3%D1%80%D0%BE%D1%82%D0%B5%D1%85%D0%BD%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D0%B3%D0%B8%D0%B9_%D0%B8_%D0%B0%D0%B3%D1%80%D0%BE%D0%B1%D0%B8%D0%B7%D0%BD%D0%B5%D1%81%D0%B0/(недоступная ссылка)
- ↑ Версия для печати 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Состоялись выборы ректора Башкирского ГАУ 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Ученые БГАУ продемонстрировали свои достижения // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Хайбуллин Мухамет Минигалимович 2018 йыл 21 февраль архивланған.
- Ученые БГАУ продемонстрировали свои достижения