Верхотор (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Верхотор
башҡ. Верхотор
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

[[Верхотор ауыл Советы]]

Координаталар

53°11′32″ с. ш. 56°16′20″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Верхоторскій заводъ мѣдный[1],[2]

Халҡы

818 человек

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453228

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 825 001

Код ОКТМО

80 631 425 101

Номер в ГКГН

0524095

Верхотор (Рәсәй)
Верхотор
Верхотор
Верхотор (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Верхотор
Верхотор (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Верхотор

Верхотор (рус. Верхотор) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 818 кеше[3]. административный центр Верхотор ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453228, ОКАТО коды — 80231825001.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1855 йылда төҙөлгән күпер

Верхотор баҡыр иретеү заводы 1759 йылда Тор йылғаһында (Нөгөштөң ҡушылдығы) төҙөлә. Завод төҙөү өсөн ерҙәр Нуғай юлының Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамьян һәм Юрматы улустары башҡорттарынан һатып алына. Заводты Сембер сауҙагәрҙәре И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников төҙөй. Улар 1745 йылда Тор йылғаһы буйында, Верхоторҙан 11 километр алыҫлыҡта ятҡан Воскресенск заводына ла нигеҙ һала[4]. Верхотор баҡыр иретеү заводы Верхотор тау округына, ә 1900 йылдан Воскресенск округына инә.

XVIII быуат аҙағына завод 29 мең дисәтинә ерҙе биләй. 1772 йылда заводта 1548 эшсе эшләй, XVIII быуат аҙағына 78 оҫта һәм сословиела торғандар, 541 крепостной крәҫтиән, ә XX быуат башында 146 эшсе иҫәпләнелә. Үҙ милкендәге һәм һатып алынған крәҫтиәндәр оҫталар һәм сословиела торғандар иҫәбенә инә; ярҙамсы эштәр үҙ крәҫтиәндәре һәм ялланған хеҙмәткәрҙәргә (улар араһында башҡорттар ҙа була) йөкмәтелә. Воскресенск заводы хужалары А. И. һәм Н. А. Дурасовтар (1783—1804), Д. И. Пашковтар (1804 йылдан) Верхотор баҡыр иретеү заводы хужалары ла була. 1913 йылда Верхотор заводы ябыла. Элек заводта эшләгән кешеләр йәшәгән тораҡ пункты территорияһында Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Верхотор ауылы урынлашҡан.

1913 йылда Верхотор баҡыр иретеү заводы ябыла. Хәҙер завод идаралығы бинаһы (1759) һәм келәт (1867), завод күпере (1855) — архитектура ҡомартҡыһы[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 4916
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар 1830
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 839
2002 йыл 9 октябрь 756
2010 йыл 14 октябрь 818 389 429 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан — 1548 ир-ат.

• 1795—619 ир-ат.

• 1807—2795 кеше (394 ихата).

• 1850—2812 кеше, православие сиркәүе, завод тау училищеһы.

• 1870 — 3340 кеше (341 ихата), православие сиркәүе, завод тау училищеһы, улус идараһы, баҡыр иретеү заводы, Тор йылғаһында ике һыу тирмәне. Игенселек һәм малсылыҡтан башҡа, умартасылыҡ үҫешкән була. Һәр дүшәмбе баҙар була.

• 1885 — 3456 кеше (543 ихата), православие сиркәүе, мәктәп, улус идараһы, баҡыр иретеү заводы, ун кибет. Һәр дүшәмбе баҙар үтә.

• 1896 — 3673 кеше (580 ихата), православие сиркәүе, ирҙәр земство училищеһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сиркәү-мәхәллә училищеһы, Пашков әфәнденең ҡабул итеү бүлмәһе, улус идараһы, баҡыр иретеү заводы, ике тимерлек, мөгәзәй, баҙар кибеттәре, йорт бакалея кибеттәре, ҡаҙна шарап магазиндары, бер һыра кибете. Һәр дүшәмбе баҙар була.

• 1920 — 4916 кеше (860 ихата).

• 1969—1830 кеше.

• 1989—839 кеше, ҙур булмаған дауахана, мәктәп, балалар йорто, Тор йылғаһында дүрт һыу тирмәне.

• 2002—756 кеше.

• 2009—870 кеше.

• 2010—818 кеше.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Верхотор аша Тор йылғаһы ағып үтә.

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 42 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 50 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[7]:

  • Яҙ урамы (рус. улица Весенняя)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)
  • Май урамы (рус. улица Майская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Клуб урамы (рус. улица Клубная)
  • Шишмә урамы (рус. улица Ключевая)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Тимерлек урамы (рус. улица Кузнечная)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Күпер тыҡрығы (рус. переулок Мостовой)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская)
  • Пионер урамы (рус. улица Пионерская)
  • Почта урамы (рус. улица Почтовая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Яҡты тыҡрығы (рус. переулок Светлый)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Тор урамы (рус. улица Торская)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Өфө урамы (рус. улица Уфимская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баҡыр иретеү заводы 1913 йылға тиклем эшләгән, 154 йыл эсендә 1,6 миллион бот таҙа баҡыр иретелгән. Етештереүсәнлек йылына 3 мең боттан алып 19 мең ботҡа тиклем таҙа баҡыр тәшкил итә. Хужалары — А. И. һәм Н. А. Дурасовтар (1783 йылдан 1804 йылға тиклем), һуңыраҡ Д. И. Пашков[8].
  • Тор йылғаһында һыу һыҡлағыс.
  • Туризм үҫешкән.
  • Верхотор урта мәктәбе.
  • Верхотор ауыл мәҙәниәт йорто.
  • Верхотор ауыл китапханаһы.
  • Верхотор табип амбулаторияһы.
  • Верхотор балалар баҡсаһы.
  • Шәхси пилорама.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡазан Божья Матерь иконаһы сиркәүе[10][11]. 1788 йылда алпауыт Агрофена Дурасова аҡсаһына төҙөлгән. Ғибәҙәтхана руханиһы — протоиерей Валентин (Попов).

Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мичурина, Гульназ Радиковна. Верхотор начинался с завода / Г. Р. Мичурина. Уфа : Информреклама, 2008
  • Завалина, Т. Красивый юбилей: в Верхоторе торжества / Т. Завалина // Восход. — 2010. — 21 сент. — С. 1.
  • Завалина, Т. Верхотор ждет гостей: торжества по случаю 250-летия его образования / Т. Завалина / /Восход. — 2010. — 17 сент. — С. 5.
  • Ермолюк, С. Подставить своё плечо: день администрации прошел в Скворчихе и Верхоторе / С. Ермолюк // Восход. — 2010. — 19 янв. — С. 1—2.
  • Завалина, Т. Праздник села — праздник памяти и надежды: 250-летие села Верхотор / Т. завалина //Восход. —2010. — 24 сентября. — С. 6—7.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рычков П. И. 2 // Топография Оренбургская. — Санкт-Петербург: при Императорской Академии наук, 1762. — С. 247. — 262 с.
  2. [http://web.archive.org/web/20071211074739/http://ufagen.ru/places/ishimbayskiy/verhotorskiy.html Архивная копия от 11 декабрь 2007 на Wayback Machine Верхоторский завод с деревнями]
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Воскресенский завод. Башкирская энциклопедия 2017 йыл 27 апрель архивланған.
  5. Верхотор баҡыр иретеү заводы
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Верхотор ауылы
  8. Н. М. Кулбахтин. Верхоторский медеплавильный завод 2007 йыл 21 октябрь архивланған.
  9. Форум Поисковых Движений. Люди-легенды: партизанский военачальник Василий Павлович Комлев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
  10. Казанско-Богородская церковь. Дата обращения: 29 сентябрь 2010. Архивировано 17 октябрь 2010 года.
  11. дух среда 26 12 2012 - YouTube. Дата обращения: 2 ғинуар 2013. Архивировано 13 июнь 2014 года.